

Тейешле документ тарифтар формалаштырыуҙа ФАС күрһәтмәләрен үтәмәүе өсөн яуаплылығын көсәйтә.
Хәҙер ведомство төбәктәрҙә ҡабул ителгән ҡарарҙарға йоғонто яһауҙан тыш, тарифтарҙы нигеҙһеҙ арттырыуға юл ҡуймауҙан тыш, әгәр шулай булһа, яза ла бирә ала. Хәҙер бындай ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн ғәйепле кеше вазифаһынан бушатылыуы ихтимал.
Шул уҡ ваҡытта дисквалификация (вазифаһынан бушатыу) тураһында ҡарарҙы суд ҡабул итә. Шулай итеп, төбәктәрҙә тарифтар булдырыу өлкәһендәге хәл өсөн яуаплылыҡ федераль монополияға ҡаршы хеҙмәткә нығыраҡ беркетелә.