Йәмғиәт
14 Апрель , 12:31

Яһалма зиһен индереүгә бәйле хәүефтәр иҫәпкә алынырға тейеш

Рәсәй Президенты Владимир Путин профилле комиссияға иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында яһалма зиһенде индереү менән бәйле хәүефтәрҙе комплекслы анализлауҙы йөкмәтте.  #ВладимирПутин

Яһалма зиһен индереүгә бәйле хәүефтәр иҫәпкә алынырға тейешЯһалма зиһен индереүгә бәйле хәүефтәр иҫәпкә алынырға тейеш
Яһалма зиһен индереүгә бәйле хәүефтәр иҫәпкә алынырға тейеш

«Һиҙгер секторҙарҙа яһалма зиһенде индереүҙе киңәйтеүҙе, дөйөм алғанда, уның кешеләрҙең тормошона, йәмғиәткә, иҡтисадҡа йоғонтоһон иҫәпкә алып, бындай системаларҙы ҡулланыу менән бәйле килеп тыуған төп хәүеф һәм хәүеф моделдәрен иҫәпләргә һәм уларҙы ваҡытында иҫкәртеү буйынса саралар билдәләргә кәрәк тип иҫәпләйем», — тине ул яһалма зиһен мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә.

Яһалма зиһен технологияларын эшләгәндә һәм индергәндә хәүефһеҙлек һәм милли мәнфәғәттәрҙе яҡлау өҫтөнлөклө булып ҡалырға тейеш, тип билдәләне Владимир Путин. Был өлкәләге уңыш технологиялар булдырыу һәләтенә генә түгел, ә уларҙы һөҙөмтәле идара итеү һәләтенә лә бәйле, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дәүләт Башлығы.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас