

Сараны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды ярҙамында Баймаҡ районы хакимиәте, БР Экология министрлығы һәм БР Урман хужалығы министрлығы менән берлектә республикаһының «Ирҙәр советы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштора.
- Талҡаҫ күле янында экологик өмәләр 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр ойошторола. Был йылдарҙа бөтәһе 8 өмә үтте, бөтәһе 679 тоҡ сүп-сар йыйылды. Һуңғы ике йылда һыу ятҡылығының төньяҡ өлөшөндә 400 ҡарағай үҫентеһе ултырттыҡ һәм кәртәләп ҡуйҙыҡ, – тип һөйләй акция тураһында Башҡортостандың «Ирҙәр советы» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Был көндө шулай уҡ Талҡаҫ күле буйында сүп-сар йыйыуҙы ойоштороу планлаштырыла.
Өмәгә Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары, Сибай ҡалаһы халҡы, шулай уҡ тыуған еренә битараф булмаған, Талҡаҫ күлен һаҡлауға һәм төҙөкләндереүгә шәхси өлөш индерергә теләгән һәр кем саҡырыла.
Бергәләп тәбиғәт ҡомартҡыһын киләсәк быуындарға таҙа һәм матур килеш ҡалдырайыҡ.
Экологик өмә сәғәт 11-ҙә башлана.