Йәмғиәт
16 Апреля , 05:25

Балаларҙы яҡлау фонды етәксеһе итеп Львова-Белова тәғәйенләнде

Рәсәй Президенты балалар омбудсмены Львова-Белованы Балаларҙы яҡлау фонды рәйесе вазифаһына тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.  #ВладимирПутин

Балаларҙы яҡлау фонды етәксеһе итеп Львова-Белова тәғәйенләндеБалаларҙы яҡлау фонды етәксеһе итеп Львова-Белова тәғәйенләнде
Балаларҙы яҡлау фонды етәксеһе итеп Львова-Белова тәғәйенләнде

Дәүләт Башлығының указы хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған һәм ҡул ҡуйылғандан һуң көсөнә ингән.

Шулай уҡ Президент фонд эшмәкәрлегенең ҡайһы бер аспекттарын аныҡлаусы тағы бер указға ҡул ҡуя. Рәйес фондтың юғары идара итеү органы булып тора һәм уның координация советы менән етәкселек итә, уға Мәғариф министрлығы, башҡа башҡарма власть органдары, йәмәғәт берекмәләре һәм ойошмалары вәкилдәре инә, тип билдәләнә документта.

Балаларҙы яҡлау фонды 2020 йылдың октябрендә Президент указына ярашлы ойошторола. Ойошманың сайтындағы мәғлүмәткә ярашлы, фондтың беренсе рәйесе булып Совет һәм Рәсәй яҙыусыһы, Рәсәй яҙыусылар Союзының рәйестәше Альберт Лиханов тора, ул 2021 йылдың декабрендә вафат булғанға тиклем ойошманы етәкләй. 2022 йылдың мартында фонд съезында ойошма рәйесе итеп уның улын, Дмитрий Лихановты һайлайҙар. Львова-Белова ул саҡта Балаларҙы яҡлау фондының попечителлек советын етәкләй.

Президент указына ярашлы, фондты дәүләт исеменән Мәғариф министрлығы ойоштора.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас