

Был хаҡта ул «Рәсәйҙә демографик үҙгәреш: өлгәшеү юлдары» конференцияһында ҡатнашыусыларға сәләмләү хатында белдергән.
"Демографик сәйәсәтте камиллаштырыу, тыуымды һәм күп балалылыҡты яҡлау, ғаиләләрҙең лайыҡлы йәшәү сифатын тәьмин итеү — өҫтөнлөклө дөйөм милли бурыс», — тип билдәләне Владимир Путин.
Президент билдәләүенсә, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн дәүләт, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, дини берләшмәләр, бизнес һәм киң мәғлүмәт саралары көстәрен бергә туплау талап ителә. Уның һүҙҙәренсә, төп иғтибарҙы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, иҡтисад, мәҙәниәт һәм йәшәү урындарын төҙөкләндереү өлкәләренә йүнәлтергә кәрәк.
«Ғаиләләр гармонияла һәм татыулыҡта йәшәһә, йәмғиәтебеҙ гуманлыраҡ һәм көслөрәк булһа, Ватандың киләсәге шул тиклем ышаныслыраҡ», — тип билдәләне Президент.
Мәскәүҙә йылда «Рәсәйҙә демографик үҙгәреш: өлгәшеү юлдары» Бөтә рәсәй конференцияһы үткәрелә. Ойоштороусылар булып Президент Хакимиәте, Федерация Советы һәм Хеҙмәт министрлығы ярҙамында Менделеев исемендәге демографик сәйәсәт институты сығыш яһай.