Йәмғиәт
24 Апреля , 02:50

Зарарлы хеҙмәтте компенсациялауға 12,5 миллиард һум тотонолған

Башҡортостанда 2025 йылда зарарлы производствола эшләүсе хеҙмәткәрҙәр өсөн шәхси һаҡланыу сараларын компенсациялауға һәм һатып алыуға 12,5 миллиард һум йүнәлтелгән. Һәр хеҙмәткәргә уртаса 21,8 мең һумдан тура килгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Зарарлы хеҙмәтте компенсациялауға 12,5 миллиард һум тотонолғанЗарарлы хеҙмәтте компенсациялауға 12,5 миллиард һум тотонолған
Зарарлы хеҙмәтте компенсациялауға 12,5 миллиард һум тотонолған

Республикала бөтәһе 107,7 мең кеше зарарлы һәм хәүефле хеҙмәт шарттары менән бәйле эштә мәшғүл. Хеҙмәткәрҙәрҙең иң ҙур өлөшө файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа 47,4 процент, сәнәғәт производстволарында 42,9 процент һәм төҙөлөш өлкәһендә 34,7 процент эшләй. Коммуналь тармаҡта хеҙмәткәрҙәрҙең 26,8 проценты зарарлы һәм хәүефле шарттарҙа эшләй, ауыл һәм урман хужалығында — 26 проценты.

Бындай эш урындарында кешеләр йыш ҡына зарарлы тауыш, ультратауыш һәм инфратауыш тәьҫиренә дусар була, йәки ундайҙар 21,1 процент. Хеҙмәткәрҙәрҙең 16,7 проценты ауыр хеҙмәт башҡара, 1,9 процент көсөргәнешле шарттарҙа эшләй.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, хеҙмәткәрҙәрҙең 100 проценты компенсациялар һәм шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән. Шуларҙың 33,2 проценты мотлаҡ медицина тикшереүе үтә, 32,2 проценты өҫтәмә түләү ала, 17,2 проценты ваҡытынан алда пенсияға сығырға хоҡуҡлы. Өҫтәмә отпусктар менән хеҙмәткәрҙәрҙең 16,2 проценты файҙалана ала, зарарлылығы өсөн һөт 10 процент, дауалау туҡланыуы 2,4 процентына бирелә. Хеҙмәткәрҙәрҙең 2,2 проценты өсөн эш көнө ҡыҫҡартыла.

Хеҙмәтте һаҡлау һәм зарарлы производство өсөн компенсация сығымдарын инвестициялар тип ҡарарға мөмкин, тип һанай Урал тау сәнәғәте холдингының генераль директоры Сергей Мазуркевич.

“Был сығымдар, һис шикһеҙ, инвестиция булып тора, сөнки хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы уларҙың эш һәләтен һәм штаттың комплектланыуын тәьмин итә. Тау-байыҡтырыу тармағы күпселек осраҡта етештереүҙең иң зарарлы һәм хәүефле өлкәһе булып тора. Әммә күп нәмә файҙалы ҡаҙылмаларҙың ятҡылығына, структураһына һәм составына бәйле. Тармаҡтың үҙенсәлеге шундай, һәм бында хеҙмәтте һаҡлауға өҫтәмә сығымдар ҙа ҡотолғоһоҙ», — ти С. Мазуркевич.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас