Йәмғиәт
29 Апреля , 05:44

Урмандар тергеҙелә

"Салауат" компанияһы Буранғол ауылы биләмәһендә ағастар ултыртты.

Урмандар тергеҙеләУрмандар тергеҙелә
Урмандар тергеҙелә

1 гектар ергә 2000 төп ҡарағай үҫентеләре ултыртылды, йәғни акцияға старт бирелде. Ҡалған 7 гектар ергә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ултыртып бөтәсәк, тип белдерҙе "Әбйәлил урман хужалығы" дәүләт учреждениеһы начальнигы Зариф Абдуллин. Акцияла "Салауат" компанияһы хеҙмәткәрҙәре, күҙәтеү советы ағзалары, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, активистар ихлас ҡатнашты.
Сараға Өфө ҡалаһынан махсус ҡунаҡтар - урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров, яҡташыбыҙ, күҙәтеү Советы ағзаһы Динир Әхмәтйәнов килде.

Читайте нас