

Шуның 2,75 миллиард һумы республика бюджетынан, федераль бюджеттан — 133,5 миллион, урындағы бюджеттарҙан — 394,9 миллион һум бүленә. Былтырғы менән сағыштырғанда финанслау күләме 5 процентҡа кәмегән, 3,45 миллиард һум булған. Был мәктәп йәшендәге балалар һаны кәмеү менән бәйле.
Стационар лагерҙарҙа тәүлегенә бер балаға киткән хаҡ 1288 һум тәшкил итәсәк. Мәктәп яны лагерҙарында ике тапҡыр туҡланыуға көнөнә 162 һумдан билдәләнгән.
Республика биләмәһендә урынлашҡан ҡала ситендәге лагерҙарға йәйге осорҙа путевка алырға теләгән ата-әсәләргә ярҙам сифатында республика бюджетынан 18 933 һум түләнәсәк.
Быйыл йәй республикала 1940 лагерь эшләйәсәк, былтырғыға ҡарағанда 41-гә күберәк. Уларҙа 200 мең бала ял итеүе көтөлә.
2026 йылдан лагерҙарҙа инвалид балалар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн урындар ҡаралған. Ҡала ситендәге стационар лагерҙарҙа улар өсөн дөйөм тулыланыуҙың 2 проценты, палаткалы һәм тематик лагерҙарҙа 1 проценты бүленә.
Башҡортостанда дүртенсе йыл лагерь инфраструктураһын төҙөкләндереү һәм яңыртыу программаһы тормошҡа ашырыла. Уҙған өс йылда 13 торлаҡ модуле төҙөлгән, ике аҙыҡ-түлек блогы һәм алты медицина блогы ремонтланған. 2026 йылда был программаға Дәүләкән районындағы «Тәбиғәт дуҫы», Стәрлетамаҡ районындағы «Башаҡ», Туймазы районында А. Гайдар исемендәге, Ҡыйғы районында “Маяҡ” һәм Ейәнсура районында “Алый парус” лагерҙары индерелгән. Уларҙы ремонтлауға федераль бюджеттан 133,6 миллион һум һәм төбәк бюджетынан 19,9 миллион һум аҡса бүленгән.