

Стратегияға ярашлы илдең үҫеше, аҙыҡ-түлек һәм биологик хәүефһеҙлеге, һаулыҡ һаҡлау, фармацевтика, сәнәғәт, энергетика һәм ауыл хужалығы өлкәләре төп йүнәлеш булып тора.
Шулай уҡ Президент биоэкономика өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү саралары комплексын әҙерләргә ҡушты. Был мәсьәлә буйынса доклад 2026 йылдың 15 июненә тиклем, артабан йыл һайын тапшырылырға тейеш.
Биоиҡтисад – ул аҙыҡ-түлек, энергия, тауарҙар һәм хеҙмәттәр етештереүҙә тәбиғәт ресурстарын тергеҙеү иҡтисады.
Бынан тыш, тармаҡтың кадрҙар менән тәьмин ителешен баһалау һәм кәрәк булғанда юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарҙа биоэкономика менән бәйле һөнәрҙәр буйынса бюджет урындарын арттырыу йөкмәтелә. Башҡарыу ваҡыты 2026 йылдың 1 июленә тиклем.