

Тәүгеләрҙән булып миҙалға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, шулай уҡ махсус хәрби оперция биләмәһенә ылау йыйыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән республика предприятиелары етәкселәре иҫәбендә Әбйәлил урман хужалығы етәксеһе Зариф Абдуллин да бар.
–Миҙалды тапшырыу дөйөм эштән ситтә ҡалмағандарға, кешеләргә ярҙам иткәндәргә, фиҙакәрлек, рух көсө һәм бурысына тоғролоҡ күрһәткәндәргә рәхмәт белдереү билгеһе булып тора. Награда алыусылар араһында – Республика Хөкүмәтенә, Урман хужалығы министрлығына беҙҙең эште күреп, ошондай наградаға тәҡдим иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Был награда бик кәрәкле тип уйлайым, сөнки тылдағы кешеләрҙең эшен дә күрә белергә кәрәк. Награда - беҙҙең коллективтың, райондың дөйөм ҡаҙанышы. Киләсәктә лә Еңеү өсөн тырышып эшләрбеҙ, – ти Зариф Тәфтизан улы.