

Төрлө типтағы йәйге лагерҙарҙа 201 меңдән ашыу уҡыусы ял итәсәк, тағы 232 мең бала ял итеүҙең өҫтәмә формаларында - мәҙәни һәм спорт сараларында, походтарҙа, слеттарҙа, экскурсияларҙа, клуб эшендә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 600 баланы йәйге ялға ҡабул итәсәк. 2026 йылда һауыҡтырыу кампанияһын финанслауға бөтәһе 2,97 миллиард һум ҡаралған.
2023 йылдан республикала тиҙ төҙөлә торған торлаҡ модулдәрен ҡороу һәм стационар лагерҙарҙа капиталь ремонт үткәреү буйынса федераль проект тормошҡа ашырыла. Был ваҡыт эсендә төбәктә 13 конструкция төҙөлгән, ике аҙыҡ-түлек блогы һәм медблок ремонтланған. 2026 йылда ошо программа буйынса Дәүләкән районының «Тәбиғәт дуҫы» һәм Стәрлетамаҡ районының «Башаҡ» балалар лагерҙарында аҙыҡ-түлек блоктары яңыртыла, Туймазы районының Гайдар исемендәге, Ҡыйғы районының «Маяҡ» һәм Ейәнсура районының «Ал елкән» балар һауыҡтырыу лагерҙарында торлаҡ модулдәре ҡорола.
Әлеге ваҡытҡа балалар һауыҡтырыу лагерҙарының 82 проценты күҙәтеү хеҙмәттәренең тикшереһенән һуң ыңғай һығымта алған һәм 1 июндән эшләй башларға әҙер.