Йәмғиәт
18 Май , 11:44

Көньяҡ Урал һуҡмағының яңы участкаһы асылды

Башҡортостанда көньяҡ Урал туристик һуҡмағында «Урал аръяғы» яңы участкаһы асылды, уның оҙонлоғо 200 саҡрымдан ашыу. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана    

Көньяҡ Урал һуҡмағының яңы участкаһы асылдыКөньяҡ Урал һуҡмағының яңы участкаһы асылды
Көньяҡ Урал һуҡмағының яңы участкаһы асылды

Һуҡмаҡтың яңы өлөшө билдәле урындардар Ғәҙелша шарлауығы, Талҡаҫ күле, Ирәндек һәм Ҡырҡтытау һырттары, Асҡар ауылы аша үтеп Яҡтыкүл янында тамамлана.

Яңы участкаға 2025 йылдың сентябрендә Сибайҙа «Урал Аръяғы» инвестиция һабантуйында башланғыс һалынды.

 «Урал аръяғы» маршрутын ирекмәндәр төҙөкләндерә, ә финанслау шәхси иғәнәләрҙән тормошҡа ашырыла.

Һуҡмаҡтың яңы участкаһы Сибайҙа башлана, Ғәҙелша шарлауығы, Назарово ауылы, Ҡараташмас тауы, Талҡаҫ күле, Йәнғужай йылғаһы, Күсей ауылы һ.б. аша үтә. Маршрут тау һырттарын, шарлауыҡтарҙы, урман участкаларын үҙ эсенә ала.

Яңы һуҡмаҡ Яҡтыкүл - Тургояк төп тармағының тәбиғи башы йәки дауамы буласаҡ. Маршрут буйынса кешеләр йөрөргә, уны ҡарарға, кире бәйләнеш бирергә тейеш.

Көньяҡ Урал һуҡмағы Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе буйлап 950 км оҙонлоҡтағы йәйәүлеләр маршруты. Һуҡмаҡтың төп өлөшө Яҡтыкүлдән башлана, Абҙаҡ, Белорет ҡалаһы, Инйәр Тештәре һырты, «Ирәмәл» тәбиғәт паркы, «Егәлгә» һәм «Йөрәккүл» милли парктары, Уреньга һырты, Златоуст ҡалаһы, «Тағанай» милли паркы аша үтә һәм Силәбе өлкәһенең Тургояк күлендә тамамлана. Һуҡмаҡтың бер нисә тармағы бар, мәҫәлән, башҡорт шихандарына, Шүлгәнташ мәмерйәһенә һәм башҡаларға. Маршруттарҙың үҙенсәлеге шунда: һәр участканы йәйәүләп бер-ике көн дауамында палаткаһыҙ, ҡунаҡханаларҙа, приюттарҙа һәм ял базаларында йоҡлап үтергә мөмкин.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас