Йәмғиәт
20 Май , 03:30

Башҡортостан шифаханалары иң яҡшылар иҫәбендә

Башҡортостандың һигеҙ шифаханаһы ла Рәсәйҙең иң яҡшы 100 санаторийы иҫәбенә инә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана    

Башҡортостан шифаханалары иң яҡшылар иҫәбендәБашҡортостан шифаханалары иң яҡшылар иҫәбендә
Башҡортостан шифаханалары иң яҡшылар иҫәбендә

Был хаҡта Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – төбәктең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәбәр итте.

Һауыҡтырыу учреждениеларының дөйөм койка фонды 3,3 меңдән ашыу урын тәшкил итә. 2021 йылдан алып Башҡортостан шифаханаларын ял итеү өсөн республиканан, күрше төбәктәрҙән һәм башҡа илдәрҙән 405 меңдән ашыу кешене һайлаған. 2025 йылда килем яҡынса 7 миллиард һум тәшкил иткән, был 2024 йыл менән сағыштырғанда 11 процентҡа күберәк.

– Беҙ заманса медицина ҡорамалдарына инвестициялар һалдыҡ, уникаль тергеҙеү программаларын индерҙек, инфраструктураны һәм сервисты әүҙем һәм талапсан аудитория һорауы буйынса яңыртабыҙ, – тине Наталья Полянская. – Төп капиталға инвестицияларҙың дөйөм күләме 22 процентҡа артҡан һәм 786,6 миллион һумға еткән.

2023 йылдан республика шифаханаларында 9,5 меңдән ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары дауаланған. 2026 йылда яугирҙарҙы шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеүгә төбәк бюджетынан 66,5 миллион һум бүленгән.

Вице-премьер шулай уҡ 2027 йылда Өфөнөң 26 илдән һауыҡтырыу учреждениелары вәкилдәрен берләштергән «Здравница» Бөтә Рәсәй форумын ҡабул итәсәге хаҡында хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы шифахана етәкселегенә учреждениеларҙы яңыртыу һәм гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Һалымдан килгән аҡса күләме – 24 процентҡа, инвестициялар 22 процентҡа артҡан – был яҡшы күрһәткестәр, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Эш сәфәрҙәре барышында шифаханаларыбыҙҙың нисек үҙгәреүен күрәм. Бөтә директорҙарға ла ҙур рәхмәт. Улар шулай уҡ гуманитар ярҙам, шул иҫәптән яугирҙарыбыҙға эсәр һыу оҙатыу буйынса ҙур эш алып бара. Был бик мөһим.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас