

Башта Рәсәй-Ҡытай һөйләшеүҙәре тар форматта үтте. Рәсәй Президенты уларҙы йөкмәткеле тип атаны. Диалог ышаныслы йүнәлештә бара, тип билдәләне ул. Һуңынан осрашыу киңәйтелгән составта дауам итте. Һөйләшеүҙәр йомғаҡтары буйынса ике ил лидерҙары ике ил араһындағы партнерлыҡты артабан нығытыу тураһында уртаҡ белдереү ҡабул итте.
Һөҙөмтәлә ике ил мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы 40-ҡа яҡын ике яҡлы документҡа ҡул ҡуйылды.
Владимир Путин Ҡытайға 19 майҙа кис килгәйне. Визит ике ил араһында яҡшы күршелек, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылыуға 25 йыл тулыуға арнала. Рәсәй делегацияһына биш вице-премьер, һигеҙ министр, шул иҫәптән Сит ил эштәре министры Сергей Лавров, Үҙәк банк, ВЭБ, «Росатом», «Роскосмос», «Роснефть» етәкселәре һәм башҡалар инә.