Йәмғиәт
21 Мая , 10:30

Путин полярсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы

РФ Президенты Владимир Путин полярсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы, улар арҡаһында Рәсәйҙең Арктикала һәм Антарктикала булыуының ролен билдәләне. #ВладимирПутин

Путин полярсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланыПутин полярсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы
Путин полярсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы

“Бөгөн беҙ Арктика һәм Антарктиканың ҡырыҫ шарттарында үҙҙәрен ошо ерҙә Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлаған ҡыйыу, маҡсатҡа ынтылышлы, көслө рухлы кешеләрҙе хөрмәтләйбеҙ. Ғалимдарҙың, геологтарҙың, летчиктарҙың, диңгеҙселәрҙең, башҡа һөнәр белгестәренең фиҙаҡәр хеҙмәте арҡаһында диңгеҙ һәм һауа трассалары һалына, файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары үҙләштерелә, планетаның поляр төбәктәрендә илебеҙҙең позицияларын нығытыу өсөн ышаныслы база булдырыла", - тиелә Кремль сайтында баҫылған ҡотлау телеграммаһында.

"Һеҙ үҙегеҙҙән алда булған полярсыларҙың ҙур ҡаҙаныштарын һаҡлауығыҙ һәм арттырыуығыҙ, Рәсәйҙең Арктикала һәм Антарктикала булыуын нығытыуығыҙ ҡыуаныслы", - тип билдәләне Путин.

Ул полярниктарҙың күләмле инфраструктура проекттарын, шулай уҡ экологик, тәбиғәтте һаҡлау һәм мәғрифәтселек программаларын тормошҡа ашырыуға индергән өлөшөн һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Путин 70 йыл элек, 1956 йылда, был континентта фәнни тикшереү өсөн киң мөмкинлектәр асҡан беренсе совет Антарктик станцияһы "Мирный" үҙ эшен башлауын иҫкә төшөрҙө.

Дәүләт башлығы полярсыларға ныҡлы һаулыҡ һәм Ватан хаҡына эшләүҙә уңыштар теләне.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас