Йәмғиәт
22 Мая , 04:41

«Хазина»ға «Салауат»тан бүләк!

Асҡарҙағы полилингваль мәктәп менән балалар баҡсаһы биләмәһен йәшелләндереүгә ҙур өлөш индерә «Салауат» компанияһы.

Былтыр компания балалар баҡсаһы биләмәһенә ултыртҡан гортензиялар барыһы ла ныҡлы тамыр йәйеп үҫеп китте. Быйыл «Салауат» компанияһы яңы мәктәпкә бүләккә тағы 45 төп гортензия, 41 төп туя, 10 төп хоста, 3 “Коника” шыршыһы бүләк итте. Ошо йәш ағастарҙы, сәскәләрҙе ултыртыу буйынса үткән өмәлә "Салауат" компанияһы директоры Таһир Бәхтегәрәйев, уның экологик хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары Арсен Таһиров, мәктәп һәм балалар баҡсаһы коллективы ҡатнашты.
Бындай акциялар биләмәне йәшелләндереүгә һәм биҙәүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш та тәрбиәләй. Компания бүләк иткән үҫентеләр ныҡлы тамыр ебәреп үҫеп китһен, тирә-яҡты матурлап ултырһын. “Һеҙҙең ярҙамығыҙ һәм үҫеп килеүсе быуынға битараф булмауығыҙ тәрән ихтирамға лайыҡ. Һеҙ бүләк иткән үҫемлектәр биләмәне биҙәү генә түгел, ә тәрбиәләнеүселәрҙе һәм ауыл халҡын оҙаҡ йылдар ҡыуандырасаҡ. Һеҙҙең коллективҡа яңынан-яңы уңыштар, тотороҡлолоҡ һәм именлек теләйбеҙ! Изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә артып ҡайтһын!”– тигән теләктәрен еткерҙе район үҙәгенең яңы белем усағы коллективы "Салауат" компанияһы һәм шәхсән Таһир Тимербай улына.

Читайте нас