

Ҡорбан байрамы исламда хаж тамамланыуын белдергән һәм Ураҙа байрамынан һуң, 70 көн үткәс билдәләнгән мөһим байрам. Ғәҙәттә ҡорбанға ваҡ һәм эре мөгөҙлө мал салына. Ҡорбанлыҡ малдың клиник яҡтан сәләмәт булыуы, паразиттарҙан эшкәртелеүе һәм вакцинацияланыуы бик мөһим.
Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм төрлө ауырыуҙарға юл ҡуймаҫ өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәр мотлаҡ:
- дәүләт ветеринария хеҙмәте менән алдан килешеүһеҙ ҡорбан малдарын ситтән республика биләмәһенә индереү тыйыла;
- малдарҙы һуйыу майҙансыҡтарына алып барғанда ветеринар документтар мотлаҡ булырға тейеш;
- ҡорбанлыҡ малдар мотлаҡ рәүештә бөтә ветеринар-профилактика сараларын, шул иҫәптән һуйыр алдынан 30 көн дауамында карантинда булырға тейеш;
-Биологик ҡалдыҡтарҙы көнкүреш сүп-сар контейнерҙарына ташлау йәки сүплектәргә сығарыу ҡәтғи тыйыла.
Байрам изге ниәттә тыныс үтһен һәм ҡорбанлыҡтар ҡабул булһын өсөн ҡорбан салырға ниәт иткән кешеләрҙең ошо бөтә талаптарҙы мотлаҡ үтәүен һорайбыҙ.