

Президент мөрәжәғәтнамәһендә форум Рәсәй һәм донъя сәйәсәте һәм иҡтисадының көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү өсөн алдынғы сәйәсмәндәрҙе һәм эшлекле даирә вәкилдәрен, ғалимдарҙы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен берләштерәсәк, тип әйтелә.
"Әлеге осрашыу темаһы "Прагматик диалог - тотороҡло киләсәккә юл " - хәҙерге үҫеш этабының фундаменталь һорауҙарын сағылдыра. Бөгөн, халыҡ — ара мөнәсәбәттәр һәм иҡтисади бәйләнештәр бығаса булмаған саҡырыуҙарға, логистик һәм технологик сылбырҙарҙың тарҡалыуына һәм өҙөлөүенә юлыҡҡанда, тап прагматизм һәм тиң хоҡуҡлы диалог айырыуса көнүҙәк һәм талап ителгән», - тип билдәләгән Владимир Путин.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы Санкт-Петербургта 1997 йылдан алып йыл һайын үткәрелә. Ойоштороусыһы - Росконгресс фонды. Форум төп иҡтисади мәсьәләләрҙе тикшереү, инвестициялар йәлеп итеү һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн төп майҙансыҡтарҙың береһе булып тора. Былтыр Петербург форумында рәсәй һәм сит ил бизнесының 8,7 мең самаһы вәкиле ҡатнашты.