Йәмғиәт
30 Мая , 10:58

Исламғоловтар йортонда ҡунаҡта

Балаларҙы яҡлау көнө алдынан "Салауат" компанияһы директоры Таһир Бәхтегәрәйев Исламғоловтарға барып, Нурзиләнең хәлен белеште.

Янғын ваҡытында тәне ныҡ бешкән Нурзилә Исламғолованы дауалауға "Салауат" компанияһы ярҙамы тураһында хәбәр иткәйнек. Екатеринбург клиникаһында ҡиммәтле дауалау курсы үткән ҡыҙға сығымдарҙы, йәғни ике реабилитация курсы үтеү сығымдарын ҡапларға вәғәҙәләгәйне компания. Балаларҙы яҡлау көнө алдынан "Салауат" компанияһы директоры Таһир Бәхтегәрәйев Исламғоловтар йортонда булып, Нурзиләнең хәлен белеште. Реабилитация курсын үткән Нурзилә бөгөн бөтә балалар кеүек йүгерә, бейей ала.

Таһир Тимербай улы Исламғоловтар ғаиләһендәге балаларға байрам уңайынан бүләктәр тапшырҙы. Үҙ сиратында Исламғоловтар ярҙамынан өҙмәгән компания коллективына, шәхсән етәксе Таһир Тимербай улына оло рәхмәттәрен еткерҙе.

Читайте нас