

Быйыл конкурсҡа меңгә яҡын ғариза килгән. Республика ҡалаларынан — 223, райондарынан 395 башланғыс еңеп сыҡҡан.
«Быйыл республика бюджетынан 600 миллион һум күләмендә субсидия бүленә. Элеккесә улар юлдарҙы ремонтлауҙан һәм йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүҙән алып мәғариф, мәҙәниәт, спорт учреждениеларын йыһазландырыуға тиклем төрлө башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға барасаҡ», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы (ППМИ) «аҡсаны иң кәрәкле урынға йүнәлтергә» мөмкинлек бирә. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу халыҡты берләштерә.
Проекттар муниципаль бюджеттарҙан, шулай уҡ граждандарҙың һәм бизнестың ирекле иғәнәләре иҫәбенә берлектә финансланасаҡ.
ППМИ-муниципалитет халҡына ижтимағи әһәмиәтле проекттарҙы бергәләп финанслау аша урындағы проблемаларҙы хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнашырға мөмкинлек биргән механизм. Инициаторҙары булып муниципаль властар менән берлектә урындағы граждандар төркөмдәре сығыш яһай. Улар заявка әҙерләргә, уны финанс яҡтан тулыландырыуҙы нигеҙләргә һәм конкурсҡа ғариза бирергә тейеш.