Йәмғиәт
3 Июня , 11:33

Йәйге осрҙа 390 аттракцион эшләйәсәк

Башҡортостанда йәйге миҙгелдә 390 аттракцион эшләүгә әҙер. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йәйге осрҙа 390 аттракцион эшләйәсәкЙәйге осрҙа 390 аттракцион эшләйәсәк
Йәйге осрҙа 390 аттракцион эшләйәсәк

 Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Урал Искәндәров хәбәр итте. Ведомство күҙәтеүендә 547 берәмек күңел асыу ҡорамалы, шул иҫәптән 129 ҡышҡы тау иҫәпләнә. 2026 йылдың яҙында аккредитацияланған лабораториялар белгестәре аттракциондарҙың техник торошон тикшергән. 418 объекттың 390-ы файҙаланыуға яраҡлы тип табылған. Тикшереүҙе үтмәүҙең төп сәбәптәре  булып, идара итеү системаларының төҙөк булмауы, миҙгел-ара һаҡлау шарттарының боҙолоуы, ер участкаһын файҙаланыу йәки ҡуртымға алыу ваҡыты тамамланыуы тора. Дәүләт комитеты шулай уҡ операторҙарҙы һәм аттракцион администраторҙарын уҡытыуҙы ойошторған.

Йәйге осорҙа халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн, республиканың Дәүләт техник күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты күңел асыу техникаһы мониторингын һәм иҫкәртеү эшен артабанда дауам итәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас