Йәмғиәт
5 Июня , 11:16

Башҡортостан Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында өсөнсө урында

5 июндә XXIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Ул йыл һайын Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан эшҡыуарҙарҙан һорау алыу нигеҙендә формалаша.

Сарала Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Александр Новак һәм илдең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников ҡатнашты. Һөҙөмтәләр менән Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева таныштырҙы.

2026 йылғы Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы 500 меңдән ашыу эшҡыуарҙан һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән. Ул төбәк властарының бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса һөҙөмтәлелеген сағылдырған 88 төрлө күрһәткесте иҫәпкә ала.

Башҡортостан рейтингта өсөнсө йыл рәттән өсөнсө урынға лайыҡ булды. Рейтинг һөҙөмтәләренә комментарий биреп, Радий Хәбиров төп, Ватанды бурыс һаҡлау бурысын үтәү өсөн иҡтисадты үҫтереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Беҙ Башҡортостанда бер ваҡыт уйға ҡалдыҡ. Егеттәребеҙ махсус хәрби операциянан ҡайтыр һәм беҙҙән: «Беҙ яуҙа булдыҡ, илде яҡланыҡ, ә һеҙ нимә эшләнегеҙ?» – тип һорарҙар. Ә беҙ, уларҙың күҙҙәренә ҡарап: «Һеҙҙе көттөк, тик ҡул ҡаушырып ултырманыҡ», – тип яуап бирербеҙ. Беҙ эшләнек, иҡтисадты үҫтерҙек, инвестициялар йәлеп иттек, мәктәптәр, баҡсалар, дауаханалар, юлдар төҙөнөк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Икенсе төрлө әйткәндә, беҙ уларға ярҙам итер өсөн барыһын да эшләнек. Илебеҙгә ярҙам итер өсөн. Ә был беҙҙең бөгөнгө һөйләшеүҙәр менән тығыҙ бәйле. Был иҡтисад, уның нигеҙен, әлбиттә, бизнес тәшкил итә. Был ҡатмарлы шарттарҙа ул, моғайын, фронттың төп таянысы булып торалыр. Шуға күрә үҙебеҙҙә, тап ошо ваҡытта, тап хәҙер бөтәһе лә берҙәм, тотош республика халҡы бер маҡсат менән йәшәй һәм эшләй, тип килештек – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН!

2025 йылда төбәк иҡтисадына инвестицияларҙың дөйөм күләме, 1,7 процентҡа артып, 852,6 миллиард һумға еткән. Ә 2018 йылдан 2025 йылға тиклем төбәккә инвестиция ағымы 76,6 процентҡа артҡан. Башҡортостанда бөтәһе 2,4 мең самаһы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, дөйөм планлаштырылған инвестициялар күләме – яҡынса 1,3 триллион һум.

Башҡортостан Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында өсөнсө урында
Башҡортостан Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында өсөнсө урында
Автор:
Читайте нас