

Документ төбәктә һыра ҡайнатыу һәм алкоголһеҙ продукция етештереүҙе үҫтереүҙе, социаль яуаплылыҡ өлкәһендә инвестиция проекттарын һәм берлектәге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2026 йылдың ғинуарында республика Башлығы компанияның Өфө филиалында булды һәм уның етәкселеге менән етештереү ҡеүәттәрен үҫтереү пландарын тикшерҙе. Предприятиела төрлө һауыттарҙа – быяла шешәләрҙә, алюминий банкаларҙа, кегтарҙа һәм ПЭТ-шешәләрҙә – бөтәһе 60-тан ашыу төр эсемлек сығарыла.
Осрашыуҙа Николай Тюрников 2026 йылдың майында Өфө заводында 312 мең гектолитр эсемлек етештерелеүен билдәләне һәм сығарылған продукция исемлеген артабан киңәйтеү хаҡында һөйләне.
Төбәк етәксеһе компания етәкселегенә инвестиция программаһының яҡшы темптары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәткәндәре һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы хеҙмәт шарттары булдырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Компанияның алға барыуы ҡыуаныслы. Был производствоның төп күрһәткестәренә, предприятие хеҙмәткәрҙәренең именлегенә һәм төбәк бюджетына керемдәргә йоғонто яһай, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.