

«Геройҙар ваҡыты» программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар араһынан етәкселәр әҙерләү өсөн булдырылған. Программаны тамамлаусылар дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, дәүләт компанияларында эшләй, шулай уҡ социаль әһәмиәтле проекттарҙы үҫтерә. Программаны Президент академияһының юғары дәүләт идаралығы мәктәбе “Рәсәй мөмкинлектәр иле” президент платформаһы менән берлектә тормошҡа ашыра.
Уҡыу юғары конкурста үтә: ғариза биреүселәрҙең дөйөм һаны 65 000-дән ашыу кеше тәшкил иткән. Төп критерийҙар хәрби хеҙмәттәге ҡаҙаныштар, идара итеү тәжрибәһе һәм потенциалы. 2025 йылдың июнендә 85 ҡатнашыусы уҡый башлай, барыһы ла хәрби ҡаҙаныштары өсөн юғары дәүләт наградалары менән билдәләнгән. Улар араһында:
33 Рәсәй Геройы;
72 Батырлыҡ ордены кавалеры, шул иҫәптән 31 ҡатнашыусы ике тапҡыр, 20 өс тапҡыр, 4 дүрт тапҡыр бүләкләнгән;
37 «Батырлыҡ өсөн» миҙалы эйәһе.
"Был бүләк түгел, был ниндәйҙер өҫтөнлөк түгел - уҡырға һәм һуңынан ниндәйҙер етәксе урындар алырға. Был Ватанға хеҙмәт итеүҙе дауам итеүҙең тағы бер мөмкинлеге. Кемдер өсөн, яңы системала, яңы урында, бәлки, элек алған тәжрибә һәм эшмәкәрлек төрө менән бәйле булмағандыр, әммә был үҙеңде артабан да үҫтереү, Ватанға хеҙмәт итеү мөмкинлеге», — тип билдәләне 2025 йылдың июнендә беренсе һәм икенсе ағымда ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа Владимир Путин.
Программаға төбәктәрҙә, ҙур предприятиеларҙа стажировка, хеҙмәт коллективтары менән осрашыуҙар инә. Ҡатнашыусылар дәүләт сәйәсәтенең һәм дәүләт, төбәк һәм муниципаль идара итеү системаһының бөтә аспекттарында ҡатнаша, иҡтисадты, финанстарҙы һәм идара итеүҙең заманса технологияларын өйрәнә.