

2026 йылдың ғинуар – мартында 15 йәштән өлкән эшсе көстәр һаны 1,953 миллиондан ашыу кеше тәшкил итә. Уларҙың 1,922 миллионы, йәки 98,4 проценты иҡтисади эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән кешеләр. Тағы 31,2 мең кеше (1,6%) –эшһеҙҙәр категорияһына ҡарай.
Апрель аҙағына республиканың 10,6 мең халҡы мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған. Шуларҙың 9,1 меңе рәсми танылған эшһеҙ статусына эйә. Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны кәмей бара.