

"Һыуҙан ағыу республикабыҙҙа иң яҡшы туризм йүнәлешенең береһе. Башҡортостан бындай ял өсөн уңайлы. 2025 йылда республикаға туристар ағымы 8,2 процентҡа артҡан. Бер миҙгелдә 60-80 мең туристы йәлеп иткәнбеҙ,“- тигән премьер-министр Андрей Назаров ултырышта.
Документ БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында әҙерләнгән. Концепция конкрет саралар менән туризмдың был төрөн маҡсатлы үҫтереүҙе күҙ уңында тота: рәсми маршруттар исемлеген төҙөү, бәҙрәф һәм сүп-сар йыйыу урындары булған старт, финиш һәм аралыҡ туҡталҡалар булдырыу, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе рекреация участкаларына күсереү, участкаларҙы яр буйында магазиндар һәм кафелар төҙөү өсөн бизнесҡа тапшырыу.
Бынан тыш, документта старт һәм финиш майҙансыҡтарына уңайлы юлдар булдырыу, ял итеүҙең хәүефһеҙлеген һәм экологик яҡтан таҙа булыуын тәьмин итеү тәҡдим ителә.
Пилот маршруттары сифатында концепция авторҙары дүрт йүнәлеште билдәләргә тәҡдим итә: Ағиҙел йылғаһы буйлап 91 км, Әй йылғаһы буйлап 84 км, Йүрүҙән йылғаһы буйлап 44 км һәм Һаҡмар йылғаһы буйлап 120 км оҙонлоҡтағы участка.