

Проектта ҡатнашыусыларҙың күбеһе Ҡалтасы, Мишкә, Бөрйән, Архангел һәм Көйөргәҙе райондарында һәм Сибайҙа йәшәй.
2020 йылдан Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә ала. Уларҙың иң популярҙары – «Туризм». Программа ғәмәлдә булған осорҙа Башҡортостан, Белоруссия һәм Үзбәкстан буйлап экскурсияларҙа 64 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Оло йәштәгеләрҙе «Һаулыҡ» йүнәлешенәге проект ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мәҫәлән, «Йөрәк маршруты – һаулыҡ маршруты» иҫкәртеү акцияһы 60 меңдән ашыу кешене үҙ эсенә алған.
«Физик культура» йүнәлеше сиктәрендә 125 меңдән ашыу өлкән быуын вәкилдәре спорт һәм һауыҡтырыу төркөмдәрендә шөғөлләнә, ГТО нормативтарын үтәй. Һуңғы ике йылда программала ҡатнашыусыларға физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре алыуға 10 мең һумлыҡ 5 472 сертификат тапшырылған.
2023-2025 йылдарҙа «Уҡытыу» йүнәлеше буйынса 55 йәштән өлкән һәм пенсия алды йәшендәге 4 меңдән ашыу кеше әҙерлек үткән. Республикала шулай уҡ финанс һәм компьютер грамоталылығын күтәреү буйынса саралар үткәрелә.
«Волонтерлыҡ һәм остазлыҡ» йүнәлешендә 7 меңдән ашыу оло йәштәгеләр ирекмән булып ҡатнашҡан.
«Мәҙәниәт һәм ижад» йүнәлеше буйынса муниципалитеттарҙа мәҙәни саралар даими ойошторола.