

Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин юғары хәрби уҡыу йорттарын тамамлаусылар менән осрашыуҙа белдерҙе.
"Хөрмәтле дуҫтар, һеҙгә хеҙмәтте башлау, хәрби подразделениелар, частар һәм берләшмәләрҙе еңел булмаған ваҡытта етәкләргә тура киләсәк. Хәҙерге халыҡ — ара хәл тотороҡло түгел», - тине Путин.
Президент һүҙҙәренсә, Яҡын Көнсығышта ҡораллы ҡаршы тороу туҡтамай, ә конфликт потенциалы «донъяның бер нисә төбәгендә, шул иҫәптән Евразия киңлегендә» етди күтәрелә.