

Башҡортостан еңеүселәре араһында иң күләмле суммалар Владислав Лабзиндың «Бергә ҡурҡыныс түгел» проекты һәм Эльза Ғилманованың «Кей-поп драйв» бейеү конкурсы 1-шәр миллион һум аласаҡ.
Вице-премьер Дмитрий Чернышенко хәбәр итеүенсә, «Росмолодежь. Гранты" конкурсында еңгән 710 проект яҡынса 500 миллион һумлыҡ финанслау аласаҡ. Конкурста 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең башланғыстары үткән.
"Улар иҫәбендә спортҡа һәм ирекмәнлеккә йәлеп итеү, фән һәм технологияларҙы, туризмды үҫтереү, патриотик тәрбиә биреү һәм башҡа күп йүнәлештәр буйынса башланғыстар бар. Грант — ул үҙ талантын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге лә, һөҙөмтә өсөн яуаплылыҡ та», - ти Дмитрий Чернышенко.
Конкурста иң күп еңеүселәр Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Һарытау өлкәләре, Карелия һәм Чечнянан булған. Шулай уҡ Донбасс һәм Новороссиянан 14 проект ярҙам аласаҡ, уларға 6,5 миллион һумлыҡ гранттар бүленәсәк.
Еңеүселәрҙең проекттары 1 июлдән тормошҡа ашырыла башлай.