Йәмғиәт
25 Июня , 09:46

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының тәүге көнө сағыу булды

2026 йылдың 24 июнендә Өфөнөң Совет майҙанында III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын асыу тантанаһы үтте. Күләмле балалар форумы Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына арнала һәм «Халыҡ ижады — балаларға»программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Сара Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт Министрлығы булышлығында үтә. Ул илдең 78 төбәгенән 85 ижади коллективты берләштерҙе.

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының тәүге көнө сағыу булдыIII Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының тәүге көнө сағыу булды
III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының тәүге көнө сағыу булды

Әйлән-бәйлән уйнай йәш балалар...

Бөгөн III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы сиктәрендә  Рәсәйҙең 78 регионынан килгән меңдән ашыу бала әйлән-бәйлән уйнаны. Был  иҫ киткес ҙур һәм масштаблы сара шул тиклем матур һәм тулҡынландырғыс булды! Балаларҙың күплегенә, сафлығына, дуҫ һәм татыулығына  һоҡланып, күҙҙән йәштәр атылып сыҡты. Был тиклем күп халыҡты майҙанға һыйҙыра алған, рәттәргә тигеҙ итеп теҙә белгән ойоштороусыларға, хореографтарға афарин тиергә генә ҡала.

Парад

Артабан ҡулға-ҡул тотошҡан балалар рәтен боҙмай ғына, парадҡа теҙелергә алып киттеләр. Барыһы ла шул тиклем ойошҡан рәүештә башҡарылды һәм тиҙ булды. Бер нисә минуттан ҙур Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән ҡатнашыусылар парадта үтергә әҙер ине.

Һәр региондың атамаһы яҙылған табличкалар тотҡан башҡорт милли кейемендәге ҡыҙҙар алдан бара, эргәһендә шул региондың флагы елберләй. Үҙ халҡының сағыу милли кейемдәрен кейгән шат йөҙлө бәхетле балалар юлдың ике яғына теҙелгән баш ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтарын сәләмләне. Улар илдең мәҙәни ландшафының бөтә төрлөлөгөн Калининградтан Камчаткаға тиклем, арктик территорияларҙан көньяҡ сиктәренә тиклем күрһәтте. Был иҫ киткес матур һәм сағыу тамаша булды.

Ҡатнашыусылар килеп еткәнсе, ҙур сәхнәлә мультиинструменталист Морат Татурас сығыш яһаны. Артабан фольклориадала ҡатнашыусыларҙың презентацияһы булып үтте.

Байрамды асыу тантанаһы

Тантананың төп ваҡиғаһы вокаль-хореография постановкаһы булды. Уның сюжеты «тылсымлы китап» метафораһына ҡоролған, унда Рәсәйҙең бөтә халыҡтарының әкиәттәре, легендалары һәм йырҙары тупланған. Был образ быуындан быуынға тапшырылған мәҙәни хәтерҙе һаҡлап ҡалыуҙы символлаштырҙы. Тамашасылар «Урал батыр» героик эпосы донъяһына сәйәхәт ҡылған һәм күп быуатлыҡ дуҫлыҡты һәм мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара үтеп инеүен һыҙыҡ өҫтөнә алған башҡорт һәм рус риүәйәттәренең параллелдәрен күрҙе. Быуаттар дауамында улар бер-береһен байыта һәм Рәсәйҙең күп милләтле халҡының берҙәмлегенең нигеҙе булып тора.

Күләмле постановкала БР Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, БР дәүләт ҡурайсылар ансамбле һәм Т.Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы ҡатнашты. Тамашасыларҙы фольклориаданың хедлайнерҙары, республиканың популяр этник музыка башҡарыусылары — «Аy YOLA», «Хазина», «Узорица», «Zainetdin» һәм Башҡортостандың халыҡ артистары Алена Завьялова менән Александр Петров сәләмләне. Уларҙың сығыштары быуындарҙың күсәгилешлеген күрһәтә.

«Берҙәм ғаиләлә»вокаль-хореографик зарисовкаһы халыҡтар дуҫлығына бағышланып,  Совет майҙанында йыйылған тамашасыларҙы рус, башҡорт, татар, мари, сыуаш, удмурт, мордва һәм кавказ мәҙәниәттәренең сағыу өлгөләре менән таныштырҙы.

Асылыуҙың официаль өлөшө

Тантананың рәсми өлөшөндә Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса Комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны.

 

Рәсәй президенты В.В. Путиндың сәләмләү хаты

Магомедсалам Магомедов Рәсәй президенты Владимир Путиндың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе. Унда дәүләт башлығы Башҡортостандың был проектты үҫтереүҙәге айырым ролен билдәләне.

- Был иҫ киткес дуҫлыҡ һәм ижади аралашыу байрамын үткәреү идеяһының Башҡортостанда тыуыуы символик мәғәнәгә эйә.Бөгөн күп милләтле, ҡунаҡсыл республиканың баш ҡалаһы илебеҙҙең төрлө төбәктәренән меңдән ашыу йәш талантты ихлас ҡаршы ала, - тиелә сәләмләү хатында.

 

Рәсәй үҙенең тарихи, мәҙәни һәм рухи байлығын ҡәҙерләй, ә фольклориада йәштәр араһында күп милләтле мәҙәниәт ҡиммәттәрен үҫтерергә ярҙам итә, -  тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимованың  сәләмләү телмәре:

- Был үҙенсәлекле музыкаль һәм бейеү байлығын күрһәтеү генә түгел, ә яңы дуҫтар табыу мөмкинлеге лә. Ойоштороусыларға, уҡытыусыларға, остаздарға һәм, ниһайәт, ата-әсәләргә үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү һәм рухи — әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендә баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте өсөн ихлас рәхмәт белдерәм.

 

Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенконың сәләмләү хаты

Лилиә Ғүмәрова Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенконың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе:

- Балаларҙың төп мәҙәни сараһы төрлө халыҡтар вәкилдәре йәшәгән Башҡортостан Республикаһында уҙыуы ҡыуаныслы, быуындан быуынға бөтә донъяға билдәле милли йолалар тапшырыла. Сара ысын байрамға, халыҡтар дуҫлығының сағыу дәлиленә әйләнер, тип ышанам, — тиелә сәләмләү хатында.

Башҡорт милли кейемдәрен теркәү

Лилиә Ғүмәрова Андрей Назаровҡа башҡорт милли кейемдәрен теркәү тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы.

- Башҡорт аты, башҡорт шәле, башҡорт балы дәүләттең һаҡ грамотаһын алды ла инде. Бөгөн дә Роспатент ҡушыуы буйынса республика премьер-министрына башҡорт милли кейемдәрен теркәү тураһында таныҡлыҡ тапшырырға теләйем, — тип билдәләне сенатор.

Фольклориаданы асыу

Фольклориаданы асып, Андрей Назаров Башҡортостан Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса форумды ҡабул итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Бөгөн Бында, Евразияның иң үҙәгендә, Башҡортостандың ҡунаҡсыл ерендә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын асабыҙ. Был беҙҙең өсөн юғары хөрмәт һәм яуаплылыҡ, — тине Премьер-министр.

Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының беренсе көнө ҡатнашыусыларҙың ҙур концерт программаһы менән билдәләнде. Тамашасыларға 19 төбәктең фольклор традицияларының сағыу калейдоскобын тәҡдим иттеләр. Адыгея, Дағстан, Ҡарасәй-Черкес, Карелия, Марий-эл, Удмуртия, Тыва, Ханты-Манси автономиялы округы-Югра, Амур, Байкал Аръяғы, Камчатка, Пермь крайы, Мәскәү һәм Башҡортостан коллективтары һәм солистары үҙҙәренең номерҙарын күрһәтте. Һәр төбәк үҙенең үҙенсәлекле тарихын бейеү, музыка һәм халыҡ йыры аша һөйләне. Тамашасылар илдең һәр мөйөшөндә һаҡланған йола постановкаларын, инструменталь композицияларҙы һәм аутентик йыр программаларын ҡараны.

Фольклориаданы асыу Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Марина Девятованың сағыу сығышы менән тамамланды.

Фестивалдең учредителе - Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, РФ мәҙәниәт министрлығы һәм В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады Йорто. Ойоштороусылары-РФ мәҙәниәт винистрлығы, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады Йорто, Башҡортостан республикаһы Хөкүмәте, БР мәҙәниәт Министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге.

 

А. Королев фотолары.

Р. Хөснуллина.

Автор:
Читайте нас