Йәмғиәт
25 Июня , 04:50

Рәсәйҙең фәнни-техник үҫешенең яңы моделе тикшерелде

Рәсәй Хөкүмәтенең Координация үҙәгендә фәнни-технологик үҫеш менән идара итеү системаһын камиллаштырыуға арналған стратегик сессия үткән. #ВладимирПутин

Рәсәйҙең фәнни-техник үҫешенең яңы моделе тикшерелдеРәсәйҙең фәнни-техник үҫешенең яңы моделе тикшерелде
Рәсәйҙең фәнни-техник үҫешенең яңы моделе тикшерелде

Премьер-министр Михаил Мишустин рәйеслегендә үткән сарала фәндә, технологияларҙа һәм производствола берҙәм норматив көйләү тикшерелгән. Уның бурысы — дәүләткә, бизнесҡа, юғары уҡыу йорттарына һәм ғилми ойошмаларға әлеге ваҡытта дәүләт өсөн өҫтөнлөклө булған мәсьәләләрҙе бергә һөҙөмтәлерәк хәл итергә мөмкинлек биреү.

Вице-премьер Дмитрий Чернышенко һүҙҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин фәнни-технологик үҫеш стратегияһында — заманса саҡырыуҙарға яуап биреү өсөн аныҡ аҙымдарҙы нығытҡан. "Иң мөһиме — дәүләттең, бизнестың, ғилми институттарҙың тығыҙ кооперацияһын тәьмин итергә тейешле яңы фән һәм технологиялар моделен булдырыу, — тине ул. - Уны төҙөү буйынса эштәргә хөкүмәт сәнәғәт секторынан, фәнни берләшмәнән, закондар сығарыу секторынан 200-ҙән ашыу экспертты йәлеп иткән.

Чернышенко шулай уҡ фән һәм сәнәғәттең тығыҙ кооперацияһы кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алған. Был йүнәлештә тәүге аҙымдар яһалған да инде: беренсе вице-премьер Денис Мантуров менән берлектә улар өҫтөнлөклө бурыстар исемлеген билдәләгән, иң мөһиме — иҡтисадтың реаль секторы һорауы буйынса технологияларҙы үҫтереүҙең аныҡ пландарын әҙерләү, индустриаль партнерҙар менән эшләү форматтарын киңәйтеү, бөтә ярҙам сараларын милли проекттар аша тормошҡа ашырылған технологик лидерлыҡ бурыстарына йүнәлтеү.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас