Йәмғиәт
3 Июля , 04:25

Внуково аэропортына 85 йыл

Внуково Халыҡ-ара аэропорты коллективы илдең юғары вазифалы кешеләрен, Мәскәүгә килгән сит ил дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарын хеҙмәтләндереү буйынса бурыстарҙы лайыҡлы үтәй. Был хаҡта РФ Президенты Владимир Путиндың предприятиеның 85 йыллығы уңайынан аэропорт коллективына һәм ветерандарына ҡотлауында әйтелә. #ВладимирПутин

Внуково аэропортына 85 йылВнуково аэропортына 85 йыл
Внуково аэропортына 85 йыл

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Внуково халыҡ - ара аэропортының 85 йыллығы менән ҡотлайым. <...> Бөгөн аэропорт коллективының традицияларҙы үҫтереп, илебеҙҙең юғары вазифалы кешеләренең, сит ил дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының һауа суднолары рейстарын хеҙмәтләндереү буйынса яуаплы һөнәри бурыстарҙы лайыҡлы хәл итеүе ҡыуаныслы", - тип билдәләй Владимир Путин.

Президент билдәләүенсә, Внуково коллективы предприятие инфраструктураһын яңыртыуға, алдынғы технологиялар һәм ҡорамалдар индереүгә көс һала, транспорт тармағы өсөн мөһим проекттарҙы тормошҡа ашыра, пассажирҙар һәм йөк ташыу хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә өҫтөнлөклө иғтибар бүлә.

Путин, аэропорт коллективы һәм ветерандары Рәсәйҙең иң ҙур авиатранспорт комплекстарының сағыу тарихы һәм күп быуын хеҙмәткәрҙәренең илдең граждан авиацияһын үҫтереүгә индергән өлөшө менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала, тип өҫтәй.

Внуково халыҡ - ара аэропорты баш ҡаланың иң боронғо аэропорты, Мәскәү авиация узелына инә. Мәскәүҙең Көнбайыш административ округының шул уҡ исемле районы территорияһында, МКАД-тан көньяҡ-көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас