Йәмғиәт
9 Июля , 03:10

Владимир Путин Ғаилә көнө уңайынан йәш парҙарға изге теләктәрен еткерҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәүҙә үткән «Рәсәй. Йөрәктәрҙе берләштереп» тип аталған III Бөтә Рәсәй туй фестивалендә ҡатнашыусыларҙы Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ихлас ҡотланы.  #ВладимирПутин

Владимир Путин Ғаилә көнө уңайынан йәш парҙарға изге теләктәрен еткерҙеВладимир Путин Ғаилә көнө уңайынан йәш парҙарға изге теләктәрен еткерҙе
Владимир Путин Ғаилә көнө уңайынан йәш парҙарға изге теләктәрен еткерҙе

Дәүләт Башлығы билдәләүенсә, был сара байрам программаһының иң сағыу һәм мөһим өлөштәренең береһе булып тора. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килгән парҙарҙың Мәскәүҙә йыйылыуы — бик күркәм күренеш.
Үҙенең мөрәжәғәтендә Президент ғаиләнең кеше тормошондағы төп ҡиммәт булыуын айырым билдәләне. «Ғаилә — ул һәр кем өсөн ышаныслы терәк. Нәҡ тыуған йортта кешенең шәхесе формалаша, унда мәҙәни традициялар, яҡындарға хәстәрлек һәм Ватанға һөйөү кеүек изге сифаттар тәрбиәләнә», — тине ул.
Владимир Путин яңы ғаилә ҡорған парҙарға бәхетле ғүмер, именлек теләне һәм бер-береһен ҡәҙерләп йәшәргә саҡырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был тантаналы сара Мәскәүҙә «Рәсәй» милли үҙәгендә ойошторолдо.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас