Йәмғиәт
10 Июля , 11:15

Рәсәй почтаһы көнө

Элегерәк заманда ваҡытында алынған гәзит-журналдарҙың, хаттарҙың, посылканың, бандеролдең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ине. Хәҙерге интернет-технологияларҙың әүҙем үҫешенә ҡарамаҫтан, почта хеҙмәте ил һәм уның граждандары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Рәсәй почтаһы көнөРәсәй почтаһы көнө
Рәсәй почтаһы көнө

Рәсәй почтаһы көнө быйыл 12 июлгә тура килә. Йыл һайын уны йәйге айҙың икенсе йәкшәмбеһендә билдәләйҙәр.

Йыл дауамында илдең почта бүлексәләре аша өс миллиардтан ашыу хат, посылка, иҫәп-хисап һандары үтә. Был эшмәкәрлектең һәр хеҙмәткәре яуаплылыҡ, иғтибарлылыҡ, сабырлыҡ сифаттарына эйә.

Тарихтан

Почта хеҙмәте барлыҡҡа килеү тарихы Петр I идара иткән осорҙа башлана, ул саҡта Мәскәүҙән Архангельскиға тиклем бер нисә ҡаланы тоташтырыусы беренсе маршрут булдырыу тураһында указ сығарыла. XVII быуатта беренсе Мәскәү почта бүлексәләре барлыҡҡа килә, улар яйлап илдең бөтә ҡалаларында асыла башлай. 1833 йылда Мәскәүҙә хаттар өсөн тәүге йәшниктәр ҡуйыла. Бер нисә тиҫтә йылдан һуң Бөтә донъя почта союзы ойошторола, уға ике тиҫтә ил берләшә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрби частар, караптар, подразделениелар араһында бәйләүсе звено булып хәрби-ялан почтаһы тора. Ҡиммәтле йөк дошманға эләкмәһен өсөн, почта хеҙмәткәрҙәренә, һалдаттар менән бер рәттән, ҡулына ҡорал алырға тура килә. Ҡыҙыл Армияға «полевая почта» менән айына 70 миллионға яҡын өсмөйөшлө хат-хәбәр еткерелә.

Почта хеҙмәте — йәмғиәт тормошоноң үҙәге

Тиҙ хәбәрләшеү мессенджерҙары һәм цифрлы иҫкәрмәләр осоронда ла беҙҙе иң ышаныслы ысул — кешеләрҙең йылы аралашыуын булдырыусылар ҙа бар. Ауылда почтальон — ул гәзит һәм пенсия таратыусынан күпкә артыҡ. Ул — йәмғиәт тормошоноң үҙәге, яңылыҡтар хәбәр итеүсе һәм бәләкәй ауылды ҙур донъя менән бәйләп тороусы берҙән-бер еп. Бөгөн беҙ Әбйәлил районында фиҙакәр хеҙмәте менән халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндегән Михайловка ауылы элемтә бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре хаҡында һөйләргә теләйбеҙ. Почта хеҙмәтенең бөтмәҫ ығы-зығылы эше: гәзитте ваҡытында адресатҡа алып барыу, төрлө түләмдәрҙе ҡабул итеү һәм уларҙы яңылышмай күстәғәйен урынға дөрөҫ күсереү һәм башҡа ябай халыҡҡа күренмәгән эш араһында бүлексә начальнигы Мәйсәрә Әүбәкирова менән әңгәмәләшергә форсат булды.

Мәйсәрә Хәлит ҡыҙы 1997 йылдан алып, 28 йыл етәксе вазифаһын башҡара. Сирек быуат дауамында ул бурандарға, яҙғы бысраҡҡа йәки йәйге эҫелеккә ҡарамай, күрше Әбйәлил ауылындағы почта бүлексәһенә эшкә йөрөгән. Юлда үткән егерме алты йыл халыҡ мәнфәғәтендә үткән: ваҡытында посылкалар, хаттар килһен, һәр бер өйгә яңы гәзит барып етһен өсөн бағышлана уның тырыш хеҙмәте.

Мәйсәрә Әүбәкированың фиҙәҡәр хеҙмәте 2025 йылда "Иң яҡшы почта хеҙмәткәре" тип билдәләнде. Ике бүлексәне берләштергәс, тәжрибәле хеҙмәткәр Михайловка ауылындағы почта бүлексәһенә етәксе итеп тәғәйенләнә. Был почта бүлексәһенең командаһы бөгөн — ауылдағы үҙ-ара ярҙамдың сағыу өлгөһө. Татьяна Попова Михайловкаға яңылыҡтар тарата, Фәрит Мәсғутов Тупаҡҡа ашыға, Гөлсиә Аҡсурина Салауат һәм Ҡужан халҡына хәстәрлек күрһәтә, Нураниә Ғиниәтова Йәләмбәт менән бәйләнеш тота. Оптимизация һөҙөмтәһендә штаттар ҡыҫҡартылғас, элек алты кеше башҡарған эште хәҙер дүрт кеше башҡара.

Йөкләмә артты, маршруттар оҙонайҙы, сумкалар ауырая төштө, ләкин эш аҙайманы, эш араһында хәл-әхүәл һорашып, осрашҡанда яғымлы һүҙ ҙә әйтеп китергә өлгөрә почтальондар. Тырыш коллектив эшен лайыҡлы башҡара. Кешеләргә йыш ҡына етмәгән иғтибарҙы һәм хәстәрлекте улар өйҙәргә «яҡтылыҡ» итеп тарата.

Хөрмәтле почта хеҙмәткәрҙәре, байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Сабырлығығыҙ, көслө ҡулдарығыҙ, изге йөрәктәрегеҙ өсөн һәм төрлө һауа шарттарында үтелгән саҡрымдар өсөн рәхмәт һеҙгә. Һеҙ — заман геройҙары, иғтибар һәм мәғлүмәт логистикаһын тәьмин итеүселәр. Юлдарығыҙ еңел, адрестарығыҙ дөрөҫ булһын һәм почта сумкаһында шатлыҡлы хәбәрҙәр генә табылһын! Һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаиләлә именлеге теләйбеҙ!

 

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас