Йәмғиәт
14 Июля , 06:13

Башҡортостан Фәндәр академияһы яңы үҫеш этабында

Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Камил Рамаҙанов хәбәр итеүенсә, ойошма федераль һәм төбәк кимәлендәге программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. 2021-2025 йылдар арауығында ғалимдар 70-тән ашыу фәнни проектты һәм аналитик тикшеренеүҙе тормошҡа ашырған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан Фәндәр академияһы яңы үҫеш этабындаБашҡортостан Фәндәр академияһы яңы үҫеш этабында
Башҡортостан Фәндәр академияһы яңы үҫеш этабында

Академияның ғилми эштәре сәнәғәт предприятиеларында киң ҡулланыла. Мәҫәлән, «Роснефть» компанияһы быраулау ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм тупраҡты нефттән таҙартыу технологияһын индерһә, «ТНГ-групп» скважиналарҙы диагностикалау өсөн актив термометрия ысулын файҙалана. Фәнни эшмәкәрлек тәбиғи һәм гуманитар өлкәләрҙе лә үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, республиканың Экология министрлығы заказы буйынса Оҙон, Аҡҡош һәм Суртан күлдәренең экологик хәле өйрәнелгән. Шулай уҡ «Красноусол» шифаханаһы өсөн яңы минераль һыу сығанаҡтарын эҙләү эштәре алып барыла. Мәҙәни-ағартыу йүнәлешендә «Башҡортостан» төбәк интерактив порталы уңышлы эшләй. Бынан тыш, Башҡорт энциклопедияһы институты тарафынан әҙерләнгән Мостай Кәрим һәм Мортаҙа Рәхимовҡа арналған баҫмалар ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Республика Башлығы Радий Хәбиров Фәндәр академияһының һөҙөмтәле эшен юғары баһаланы. Ул академияның эшмәкәрлеген Өфөләге Вуз-ара студенттар кампусы базаһында ойошторорға тәҡдим итте.

– Фәндәр академияһы – беҙҙең төп партнерҙарыбыҙҙың береһе. Яҡын арала фәнни берләшмә менән осрашып, киләсәккә пландарҙы һәм эш йүнәлештәрен ентекләп тикшерәсәкбеҙ. Шулай уҡ академияны кампус майҙансығына урынлаштырыу мөмкинлеген дә ҡарарға кәрәк, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Әйткәндәй, “Фән” милли проекты - Рәсәйҙәге төп милли проекттарҙың береһе. Проектҡа һалынған аҡсаның дөйөм суммаһы 635 миллиард һум самаһы тәшкил итә. 2030 йылға бөтә  күрһәткестәр буйынса алдынғы биш ил иҫәбенә инеү өсөн мәҡәләләр һәм патенттар һанын ике тапҡырға, тикшеренеү эштәрен финанслауҙы 50 процентҡа арттырыу маҡсаты тора.

Автор:
Читайте нас