Йәмғиәт
14 Июля , 10:05

Башҡортостандың алдынғы кешеләре юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды

Рәсәй Президенты Владимир Путин республикабыҙҙың хеҙмәтсән һәм талантлы кешеләрен дәүләт кимәлендә билдәләп үтте. #ВладимирПутин

Башҡортостандың алдынғы кешеләре юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булдыБашҡортостандың алдынғы кешеләре юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды
Башҡортостандың алдынғы кешеләре юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды

Тейешле указға ҡул ҡуйылып, илебеҙҙең төрлө өлкәләрендә фиҙакәр эшләгән яҡташтарыбыҙ маҡтаулы исемдәр һәм орден-миҙалдар менән бүләкләнде.

Айырым иғтибарға лайыҡ ваҡиға — Николай һәм Елена Матвеевтарҙың «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнеүе. Был ғаилә балалар тәрбиәләүҙәге оло хеҙмәте һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙағы өлгөһө өсөн ошо юғары баһаға лайыҡ булды.

Фән һәм мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Өфө фән һәм технологиялар университетының абруйлы уҡытыусылары — факультет деканы Гөлфирә Абдуллина менән кефедра мөдире Рим Вәлиуллин II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалдары менән бүләкләнде. Был уларҙың күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтенә һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙәге ҙур өлөшөнә бирелгән лайыҡлы баһа.

Мәҙәниәт донъяһында ла шатлыҡлы хәбәрҙәр: сәхнә оҫтаһы Рус драма театры актрисаһы Ирина Агашкова-Коренева «Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә эйә булды. Ә Өфө сәнгәт институты уҡытыусыһы Нәйлә Йосопова менән Рус драма театрының художество етәксеһе  Елена Кондояниди «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемен йөрөтәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас