

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова хәбәр итеүенсә, хәҙерге ваҡытта төбәктә ошо йүнәлештә 176 дәүләткә ҡарамаған ойошма эшләй.
Был хеҙмәттәрҙең төп маҡсаты — инвалидтарға, ҡарттарға һәм балалары менән ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтеү. Мәҫәлән, бюджет субсидиялары иҫәбенә эшләгән 54 коммерцияға ҡарамаған ойошма йыл һайын 30 меңгә яҡын кешене өйҙәрендә ҡарай. Шулай уҡ «Өлкән быуын» проекты сиктәрендә оҙайлы тәрбиә биреү технологиялары ла киң ҡулланыла: 28 шәхси ойошма 34 районда 900-ҙән ашыу кешегә ярҙам ҡулы һуҙа.
Республикала социаль сертификаттар системаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның ярҙамында 100-ҙән ашыу шәхси реабилитация үҙәге, шифахана һәм техник саралар етештереүселәр халыҡҡа хеҙмәт күрһәтә.
Инфраструктураны үҫтереүгә килгәндә, дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә пансионаттар селтәре киңәйә. Хәҙерге ваҡытта биш шәхси пансионат эшләп килә, тиҙҙән Кушнаренко районында алтынсыһы асыласаҡ, ә Күгәрсен районында яңы проект әҙерләнә.
Киләсәккә пландар ҙа ҙур: Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм эшкә яраҡлы йәштәге инвалидтарға тәғәйенләнгән ҙур реабилитация үҙәге төҙөү күҙаллана. 2 миллиард һумдан ашыу шәхси инвестиция йәлеп ителәсәк был объектты 2029 йылға сафҡа индереү планлаштырыла.
Радий Хәбиров социаль хеҙмәтләндереүҙең сифатын даими күҙәтеү аҫтында тоторға һәм был йүнәлештә контролде көсәйтергә ҡушты.