

РФ Президенты советнигы Елена Ямпольская хәбәр итеүенсә, 2027 йылдан илебеҙҙең ҡайһы бер төбәктәрендә «балалар китап картаһы» пилот режимында эшләй башлаясаҡ.
Проект нисек эшләйәсәк?
Тәүге этапта (2027–2029 йылдар) белгестәр төп критерийҙарҙы билдәләйәсәк. Бында ике төп йүнәлеш иҫәпкә алына: 3 йәштән 6 йәшкә тиклемге балаларҙың һаны һәм ғаиләнең матди хәле. Һәр баланың картаһына бер тапҡыр 3 мең һум күсереләсәк, был аҡсаны тик китап һатып алыуға тотонорға мөмкин буласаҡ.
Киләсәктә нимә көтә?
Пилот проекты тамамланғас, властар уның һөҙөмтәләренә ҡарап, киләсәктә был ярҙамды дауам итеү йәки шарттарҙы үҙгәртеү мәсьәләһен хәл итәсәк. Әгәр барыһы ла уңышлы барһа, 2030 йылдан проект бөтә Рәсәй буйлап киң ҡолас аласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был идеяны 2025 йылдың йәйендә Владимир Путин тәҡдим иткәйне. Дәүләт башлығы был аҙым рус телен һәм Рәсәй халыҡтарының телдәрен үҫтереүгә, шулай уҡ балаларҙа кесе йәштән китапҡа һөйөү уятырға ярҙам итер тип ышана.