

ЭС-104 моделле был биш вагонлы состав юлға сығырға әҙер.
Яңы поезд ниндәй маршруттарҙа йөрөйәсәк? Ул халыҡ араһында популяр булған «Көньяҡ экспресс» (Өфө – Күмертау – Ырымбур) йүнәлешендә, шулай уҡ Приют, Абдулла, Аша ҡалаларына һәм Дим – Иглин участкаһында хеҙмәт итәсәк.
Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа «Финист» һәм «Ласточка» сериялы 11 тиҙ йөрөшлө поезд эшләй. Был составтарҙың халыҡ өсөн ни тиклем кәрәкле булыуын һандар ҙа раҫлай: һуңғы өс йылда улар ете миллиондан ашыу пассажирҙы үҙ тәғәйенләнешенә еткергән.
Ҡыуаныслыһы шунда: ҡала яны поездарын яңыртыу эше әүҙем бара, хәҙерге ваҡытта был күрһәткес 72 процентҡа етте. Тимер юл транспорты менән сәйәхәт итеү тағы ла уңайлыраҡ һәм тиҙерәк була бара!