

Елена Анатольевна “Осҡон” һәм “Абзелил” редакцияһының бинаһын ҡарап сығып, гәзиттәр журналистары менән танышып сыҡҡандан һуң, “районка”лар мөхәррирҙәре Вил Илһамов һәм Таңсулпан Йомағужина менән гәзиттәрҙең бөгөнгә хәле, киләсәккә пландары менән танышты, артабан да баҫмаларҙы нисек уҡымлыраҡ итеү, тиражды арттырыу мәсьәләләре лә урап үтелмәне.
“Осҡон” һәм “Абзелил” гәзиттәре июнь айы башынан яңы дизайн программаһы буйынса версткалана. Елена Анатольевна район гәзиттәренең биҙәлешенә иғтибар биреп, уларҙың яҡшы яҡҡа үҙгәреүен, бөтә темаларҙың да яҡтыртылыуын билдәләне.
Әбйәлил журналистарына артабан да гәзиттәрҙең үҙ йөҙөн юғалтмай, йәғни район мәнфәғәтендә арымай-талмай хеҙмәт итеүҙәрен теләп хушлашты Өфө ҡунағы.