+18 °С
Облачно


14-35 йәштәге йәштәр «Йәшлек» форумына ҡатнаша аласаҡ, ә Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында уҡыған Башҡортостан студенттары «Бергә» форумына ғариза бирә ала.
Фестивалдә шулай уҡ йәштәр өсөн туристик слеттар уҙғарыласаҡ, унда эшләүсе йәштәр, предприятиеларҙың йәш хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм «Беренселәр хәрәкәте» лидерҙары ҡатнаша ала.
Фестиваль ҡунаҡтары араһында мәҙәниәт, спорт, медиа һәм сәйәсәт өлкәһендәге билдәле эксперттар, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙары буласаҡ.
Фестивалдә йәштәр үҙҙәренең социаль проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. «Росмолодёжь.Гранты» майҙансығында теркәлеү 1 августҡа тиклем ошо һылтанма буйынса бара: clck.ru/3UYb28.
Фестивалгә теркәлеү clck.ru/3UYRH3