

Статистика күрһәтеүенсә, быйылғы февраль-апрель айҙарында республикала 15 йәштән өлкән эшкә яраҡлы кешеләр һаны 1 миллион 965 меңгә еткән.
Был кешеләрҙең күпселеге — 1 миллион 934 меңе (йәғни 98,4 проценты) — әлеге ваҡытта эшләп йөрөй. Ә эшһеҙҙәр һаны иһә 31,4 мең кеше тәшкил итә (бөтә эшсе көстөң 1,6 проценты).
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: эшһеҙ тип, эш урыны булмаған, әммә әүҙем рәүештә эш эҙләгән һәм тәҡдим булған осраҡта яҡын арала эшкә тотонорға әҙер булған кешеләр һанала.
Дөйөм алғанда, күрһәткестәр республикала эш менән тәьмин ителеү кимәленең юғары булыуын раҫлай.