Йәмғиәт
24 Июля , 05:35

Һабантуй йәме — спорт саралары

Һабан байрамында үткәрелгән спорт ярыштары быуындан-быуынға күсәгилешле мәҙәни сара. Әлмисаҡтан ата-бабаларыбыҙ һабантуйҙарҙа көс һынашҡан, таһыллыҡта, маһирлыҡта ярышҡан. Милли көрәш, бәйге, бағанаға менеү кеүек йолаға әйләнгән ярыштарға яңынан-яңы уйындар өҫтәлә. Быйылғы һабантуй ҙа спорт сараларына бай булды. Улар күп халыҡты йәлеп итеп һабантуй йәменә әйләнде.

Һабантуй йәме — спорт сараларыҺабантуй йәме — спорт саралары
Һабантуй йәме — спорт саралары

Бәһлеүәндәр бил бирмәҫ
Милли көрәш — әбйәлилдәрҙең яратып шөғөлләнгән спорт төрө. Элек-электән билдәле көрәшселәр халҡыбыҙ ғорурлығы булған. Улар араһында донъя чемпионы кимәленә күтәрелгәндәре лә бар, ғүмер буйы колхоз һабантуйҙарында көрәшеп йөрөгән ир-аттарыбыҙ ҙа етәрлек. Хәҙерге ваҡытта күп кенә йәш егеттәрҙең, бәләкәй малайҙарҙың көрәш менән мауығыуы айырыуса ҡыуаныслы күренеш.
Быйылғы һабантуйҙың көрәш майҙанында Өфө, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Салауат, Баймаҡ, Борай һәм хатта Силәбе өлкәһенән дә спортсылар һәм, әлбиттә, әбйәлилдәр бил һынашты. Донъя чемпионы титулына эйә булған Ишбулды егете Ғаяз Шөғүров, Борайҙан Артур Зөлҡәрнәйев һәм Башҡортостан Республикаһының «Көрәш» федерацияһы президенты Илдар Моратовтың ҡатнашыуы ярышты айырыуса мәртәбәле итте. «Салауат» компанияһы әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәр көрәшселәргә сәм һәм дәрт өҫтәне.
Көрәш башланырға байтаҡ ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, элекке көрәшсе ағайҙар, ир-егеттәр, йәш-елкенсәк менән бер ҡатарҙан ҡатын-ҡыҙҙар, бөтә ғаиләһе менән ярыш ҡарарға теләүселәр майҙанды һырып алды.
Илдар Моратовтың уйынды шаян, күңелле итеп алып барыуы барыһына ла оҡшаны, хатта халыҡты күберәк йәлеп итте, тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Көрәш федерацияһын етәкләү менән бергә Стәрлебаш районы спорт комплексы директоры вазифаһын уңышлы алып барған, үҙе лә бәләкәй сағынан көрәшеп донъя чемпионы титулына эйә булған, әле лә көрәштә бил бирмәгән спортсы үҙ шөғөлөн яҡшы белә.
— Ябай халыҡҡа аңлашылмай бит ҡағиҙәләр, ни өсөн берәүгә өҫтөнлөк биреү, икенсеһенә әҙерәк балл ҡуйыу, шуға күрә һөйләп, аңлатып барыу кәрәктер тип уйлайым. Һабантуйҙарҙа көрәшселәрҙе ул хәтлем ҡаты баһаламайбыҙ, ташламалар яһап, ваҡ ҡағиҙә боҙоуҙарға күҙ йомоңҡорап ҡарайбыҙ. Байрам бит. Әбйәлил һабантуйына иптәштәрем саҡырҙы, бик йыш йөрөмәйем райондарға, шулай ҙа саҡырған ергә барам. Малай саҡтан ярыштарға килеп йөрөнөм, әле лә мөмкинлек булһа киләм. Районда көрәшселәр күп, шулай булғас һайлап алыу мөмкинлеге лә ҙур. Көслө көрәшселәр ҙә етәрлек, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Илдар Илдус улы.
Бер нисә сәғәт дауамында ҡыҙыу барған ярыш, ниһайәт тамамланды һәм еңеүселәрҙе бүләкләү мәле етте. Еңеүселәргә дипломдар һәм «Салауат» компанияһы, эшҡыуарҙар, район хакимиәте тарафынан ҡиммәтле бүләктәр әҙерләнгәйне. «Салауат» компанияһы бөтә ауырлыҡ категорияһында еңеүселәрҙән беренсе урын яулаусыларға ҡар таҙартҡыс машина, икенсе урынға «Керхер» автомобиль йыуыу ҡулайламаһы, өсөнсө урын яулаған егеттәргә эш ҡоралы йыйылмаһы бүләк итте.
Йәш үҫмерҙәр араһында 35 килограмға тиклем һәм унан ҙурыраҡ ауырлыҡ категорияһында өсөнсө урынды Илдан Дәүләтбаев, икенсе урынды Аяз Шөғүров, беренсе урынды Арыҫлан Мәхмүтов яуланы.
45 килограмға тиклем һәм унан күберәк ауырлыҡ категорияһында өсөнсө урында Руслан Мостафин, икенсе урында Динислам Рыҫҡолов һәм беренсе урында Динар Хәкимов билдәләнде.
55 килограмм ауырлыҡта өсөнсө урынға Артур Мәҡсүтов, икенсе урынға Динислам Собханғолов, беренсе урынға Альберт Лоҡманов лайыҡ булды.
65 килограмм ауырлыҡ категорияһында беренсе урында Арсен Дауытов, икенсе урында Динис Сәйфуллин, өсөнсө урында Рәмзил Шөғүров билдәләнде.
Беренсе урын яулаған егеттәрҙең ауырлыҡ категорияһында айырма ҙур булыу сәбәпле абсолют чемпион йәрәбә тартыу юлы менән билдәләнде һәм «бәхетле» яҙыуҙы Айғырбатҡан утары батыры Йәлил Шәрипов тартып сығарҙы. Егет район эшҡыуарҙары әҙерләгән төп приз — һарыҡ менән «еңеүсенең почет түңәрәге»н йөрөп сыҡҡандан һуң, бүләккә бензобысҡы ла алып ҡыуанды. Еңеүселәрҙең барыһы ла почет грамотаһы һәм шуруповерт менән бүләкләнде.
75 һәм унан артығыраҡ ауырлыҡ категорияһында ла ярыштар көсөргәнешле барҙы. Үҙ ауырлыҡ категорияларында Ишбулдынан Өлфәт һәм Ғаяз Шөғүровтар, Өфөнән Денис Үскәмбаев, Салауаттан Хафиз Әхмәтйәнов һәм Борайҙан биш тапҡыр донъя чемпионы, спорт мастеры Артур Зөлҡәрнәев еңеү яуланы.
Абсолют чемпион исеменә ярыш ҡағиҙәләре буйынса Әбйәлил батырҙары ғына көрәшә ала ине. Шуға күрә ағалы-ҡустылы Шөғүровтар майҙанға сыҡты һәм Өлфәт Шөғүров көрәштә еңеп һабантуй батыры тип табылды. Еңеүсегә «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтегәрәйев 50 мең һумлыҡ сертификат һәм ҡар таҙартҡыс машина бүләк итте.
Билдәле блогер, «Халыҡ знает» партияһы лидеры, юмористик проект булдырыусы Тайфун Ҡоролтаевич Бесшансов — Фидан Ҡолмөхәмәтовтың майҙанға сығып, билбау тағып, көрәшергә тотоноуы йәм өҫтөнә йәм булды.

Байрам күрке — ат сабышы
Һәр һабантуйҙың көтөп алынған мәле, халыҡтың иң яратып тамаша ҡылған сараһы — бәйге быйыл алты төркөм аттар сабышынан торҙо. Тәүгеләрҙән булып башҡорт тоҡомло ике йәшкә тиклемге йәш аттар 2400 метрға, икенсе булып таҙа тоҡомло өс йәштән өлкәнерәк аттар 4800 метрға, өсөнсөгә өс йәштән өлкәндәр «Башҡорт аттары» 7200 метрға, унан һуң «Көтөүселәрҙең эш аттары» 6600 метр арауыҡҡа, бишенсе булып «Ылаҡ» командаһы аттары 2400 метрға һәм алтынсы төркөм — «Бәйге» саптарҙары 9 түңәрәк, йәки 11000 метрға сабышты.
Бәйгегә сыҡҡан 9 йәш ат араһынан Найган ҡушаматлы атта Венер Байғужин беренсе, Малышка менән Илгиз Мәғәфүров икенсе һәм Ыласында Айнур Сөләймәнов өсөнсө булып финишты үтте.
4800 метрға сабышҡан 11 аттан беренсе булып Изабелла менән Йәлил Ғиззәтуллин, Падишахта Рәмзил Ҡаҙаҡбаев икенсе, Калифорния ҡушаматлы атта Илнар Таһиров өсөнсө булып килде. 8400 метрға сабышҡан 8 аттан Алтын менән Альберт Мөхәмәҙиев беренселекте бирмәне, икенсе булып Миражда Егор Алексеев, унан ҡала Туғайҙа Юлиә Зарипова килде. 6600 метр араны Малышта Фаил Зыяидрисламов беренсе, Красавчик менән Ильяс Байгилдин икенсе һәм Данчакта Илнур Асҡаров өсөнсө булып үтте. «Ылаҡ» командаһынан сабышҡан 9 аттан финишты иң беренсе булып Ахиллеста Марат Шәрәфетдинов, Тарпанда Илнур Асҡаров, Талисманда Илсур Мырҙабаев үтте. Оҙон 11 километрға сабышыусы ун ат араһында Дунайҙа Артур Байғужин беренсе, Инер-Грейҙа Максим Гаврилов икенсе һәм Императорҙа Ислам Мәжитов өсөнсө булып килде.

Гер күтәреү — егеттәр шөғөлө
Һабантуйҙа гер күтәреү ярышы ла мотлаҡ булған спорт төрҙәренең береһе һанала һәм быйыл да көстәрен һынап ҡарарға теләүсе ир-егеттәр күп булды. 24, 16, 12 килограмлыҡ герҙарҙы күтәргән өлкән ир-аттар, егеттәр һәм үҫмерҙәр айырым төркөмдәргә бүлеп баһаланды.
80 килограмдан ҙурыраҡ ауырлыҡ категорияһындағы ирҙәр араһында Ҡаҙмаштан Мораҙым Тәхәүетдинов беренсе, Учалынан Эльмир Сажетдинов икенсе һәм Таштуйҙан Владик Әхтәмов өсөнсө урын яуланы.
80 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында беренсе, өсөнсө урынды Рысҡужанан Рәис Ғәйфуллин һәм Салауат Ҡаһарманов, икенсе урынды Асҡарҙан Әмир Бикбов алды.
Шул уҡ 24 килограммлыҡ герҙы күтәреүсе үҫмерҙәрҙән Таштуй егете Ғәзиз Айытбаев беренсе, Ҡаҙмаш егеттәре Нияз Ниғмәтуллин икенсе, Искәндәр Тәхәүв өсөнсө урынға лайыҡ булды.
16 килограмлыҡ герҙы күтәреүҙә беренсе урынға Ҡаҙмаштан Нурулла Тәхә-үетдинов, икенсе урынға Белореттан Алан Хөсәйенов сыҡты.
12 килолыҡ герҙы күтәреүҙә йәш үҫмерҙәр араһынан беренсе урынды Ҡаҙмаштан Иршат Әйүпов, икенсе урынды Сиҙәмдән Ефим Неклюдов,өсөнсө урынды Тал Ҡусҡарынан Илнар Бәшәров яуланы.

Армрестлинг
Армрестлинг буйынса ярышта ҡатнашырға теләүселәрҙән оҙон сират хасил булғайны. Әммә, ярыш булғас еңеүселәре лә, еңелеүселәре лә була. Венер Ишбулатов, Рифат Солтанов, Тимур Ғүмәров һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан Гөлдәр Дәүләтбаева еңеүсе тип табылды.
Шыма бағанаға менеүгә Нурислам Яҡуповҡа 50 секунд ваҡыт етте. Һәм ул лайыҡлы рәүештә еңеүсе тип табылды.
Өс урында барған волейбол уйынын ҡарарға күп көйәрмәндәр йыйылды. 50 йәштән өлкәндәр уйнаған майҙанда уйын ҡыҙыу барҙы.
Дәрттәре лә, таһылдары ла етерлек ине тәжрибәле уйынсыларҙың. Көсөргәнешле уйында Амангилде командаһы лайыҡлы рәүештә беренсе урын, ташбулаттар икенсе һәм Тал Ҡусҡары командаһы өсөнсө урын яуланы.
Күңелле, сағыу һәм «ыңғай тулҡындарҙа» бер тынала үтте һабантуй. Еңеү яулаған спорт һөйөүселәр тағы ла ҙурыраҡ үрҙәр яуларға дәртләнһә, быйылға уңыш йылмаймаған спортсыларға сәмләнергә, үҙ өҫтөндә эшләргә сәбәп булды.

Гөлнара Нурғәлиева.

Һабантуй йәме — спорт саралары
Һабантуй йәме — спорт саралары
Һабантуй йәме — спорт саралары
Һабантуй йәме — спорт саралары
Һабантуй йәме — спорт саралары
Һабантуй йәме — спорт саралары
Автор:
Читайте нас