Йәмғиәт
30 Июля , 06:18

Һабантуй майҙанында ла күк шыршылар үҫәсәк

Уҙған йыл Әбйәлил биләмәһендә теркәлгән һәм эш башлаған «Салауат» компанияһы һәр эштә районға ярҙам итергә әҙер. Ошо көндәрҙә предприятие Айғырбатҡан утары янындағы һабантуй майҙанында күк шыршылар ултыртыу акцияһы үткәрҙе.

Районда «Салауат» компанияһы ойошторған экологик өмәләр матбуғат биттәрендә даими яҡтыртып барыла. Компания йәшелләндереү эштәрен бөгөн дә дауам итә. Быға тиклем улар Байым, Хәмит ауылдары, район үҙәгендәге балалар баҡсалары, поликлиника һәм мәктәптәр янындағы баҡсаларға сәскә, ағас үҫентеләре ултыртыу өмәләре үткәрҙе. 
Һабан байрамы алдынан майҙан ҡапҡаһына ингән урында 20 төп күк шыршы ултыртылды. Өмәлә райондың ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре, «салауат»тар, урман эшселәре, «Йәшел урман» мәктәп урмансылары ҡатнашты. 
— Бөгөн барыһын тартып торған урын ул, Һабантуй майҙаны. Майҙанда байрамға әҙерлек менән мәшғүл булған ярты район халҡы ҡайнаша. Беҙ ҙә ситтә ҡала алманыҡ. Ихлас күңелдән ярҙам итергә булдыҡ. Майҙан тағы ла матурланһын, халыҡ рәхәтләнеп ял итһен, — тине «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтегәрәйев өмә тураһында.
Һабантуй коменданты, бөтә эштең уртаһында ҡайнап, ойоштороп йөрөүсе Ласын Усманов та үҙ фекерен белдерҙе.
 — Матур көндә «Салауат» компанияһы менән берлектә 20 төп күк шыршы ултырттыҡ. Тамыр йәйеп майҙан йәме булып үҫеп китһендәр. «Салауат» компанияһы күп файҙалы эштәр башҡарҙы, шыршы ултыртыу акцияһы киләсәктә тағы ла үтәсәк. Рәхмәт уларға, эштәрендә уңыштар теләйем, тине. 

Фәнүзә Дәүләтова, Дәүләт ауыл биләмәһе башлығы:
— «Салауат» компанияһы ойошторған акцияла теләп ҡатнаштыҡ. Беҙҙең өсөн, тирә-яғыбыҙ матур булһын өсөн тырышалар, рәхмәт. Үҙебеҙҙең биләмәгә ҡараған ике ауылдың старосталарын алып барҙым, бергәләп изге эш башҡарҙыҡ.
Шәрифйән Ғәтиәтуллин, Гусев ауыл биләмәһе башлығы:
— Бик яҡшы эштәр эшләй «Салауат» компанияһы. Матбуғатта, интернет селтәрҙәрендә йыш ҡына улар үткәргән экологик акциялар, өмәләр тураһында хәбәрҙарбыҙ. Күк шыршылар тамыр нығытып, үҫеп китһен.


***

Һабан туйында ҡатнашҡан хөрмәтле ҡунаҡтар был көн иҫтәлеге итеп майҙан биләмәһендә урынлашҡан ҡунаҡ тирмәһе алдына күк шыршылар ултыртты. Был шыршы үҫентеләрен дә тирә-яғыбыҙҙы йәшелләндереүгә тос өлөш индергән «Салауат» компанияһы бүләк итте.
Йәш ағастарҙы ултыртыу өмәһендә БР Премьер-министры Андрей Назаров, район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, «Салауат» компанияһы етәксеһе Таһир Бәхтегәрәйев, һабантуйға ҡунаҡҡа саҡырылған хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашты. Һәр ауыл биләмәһенә инселәп ултыртылған йәш шыршылар ныҡлы тамыр ебәреп, һабантуй майҙанындағы ҡунаҡ тирмәһен йәмләр һәм, әлбиттә, күркәм тәбиғәтебеҙҙе тағы ла матурлар, йәшелләндерер, тигән өмөттә ҡалабыҙ. 

Сәйфулла хәҙрәт Ғайсин: 
— «Салауат» компанияһы вәкилдәренең райондың социаль өлкәләге төрлө проблемаларын хәл итеүгә даими булышлыҡ итеүе тураһында хәбәрҙарбыҙ. Әле, белеүебеҙсә, Михайловка ауылында шәп спорт залы төҙөлөшөн уҡыу йылы башына өлгөртөргә тигән ниәт менән әүҙем алып баралар. Ошо компания ярҙамында күп кенә мәғариф учреждениелары баҡсаларына, балалар поликлиникаһы алдына матур-матур сәскәләр үҫентеләре, күк шыршылар ултыртылды. Миңә, мәҫәлән, һабантуй майҙанында үткән ағас ултыртыу өмәһендә ҡатнашырға насип булды. Киләсәктә беҙ ултыртҡан ағастар матур тәбиғәтебеҙгә йәм өҫтәп шаулап үҫеп китеренә иманым камил.

Гөлнара Нурғәлиева.

Читайте нас