

Проект «Дуҫлыҡ һыҙғыртҡысы: ғаилә инклюзив оҫтаханаһы» тип атала һәм ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Нимәләр эшләнәсәк?
Асҡар ауылында күп профилле «Хазина» полилингваль мәктәбе нигеҙендә грант аҡсаһына даими эшләгән «Балсыҡтан әйберҙәр яһау буйынса ғаилә оҫтаханаһы»н булдырабыҙ. Бында ата-әсәләре менән 8-18 йәшлек балалар балсыҡтан әүәләп төрлө әйберҙәр яһарға, «гончар түңәрәге»ндә эшләргә, балсыҡтан һыҙғыртҡыс эшләргә һәм уға биҙәк төшөрөргә өйрәнәсәк.
Әммә был түңәрәк кенә түгел. Проект үҙ эсенә өс мөһим блокты ала:
Эшебеҙҙе йомғаҡлап, оҫтаханала әҙерләнгән әйберҙәр күргәҙмәһе ойоштороласаҡ, «Йөрәктәр аһәңе» концерты әҙерләнәсәк һәм бөтә ғаилә өсөн ысын ижад байрамы үткәреләсәк.
Проектта кемдәр ҡатнаша ала?
24 инвалид баланы һәм 24 ата-әсәне (законлы вәкилдәрҙе) саҡырабыҙ. Бөтә дәрестәр ҙә бушлай.
Нисек яҙылырға?
Һеҙҙе Асҡар ауылы, Ленин урамы, 14 адресы буйынса район инвалидтар йәмғиәте офисында көтөп ҡалабыҙ.
Проект етәксеһенең телефоны: 8-960-387-57-50 (Н. В. Әҡсәнова).
Бында ғариза яҙырға, һорауҙар бирергә, уңайлы төркөм һайларға мөмкин.
Дәрестәр «Хазина» мәктәбенең яңы йыһазландырылған оҫтаханаһында сентябрҙә башлана.
Ни өсөн был мөһим?
Был проект — дөйөм эшебеҙҙең дауамы. Ойошма иңендә — туризм, медиаграмоталылыҡ, психологик ярҙам буйынса уңышлы проекттар. Йәшәгән йортҡа яҡын урында уңайлы, яҡшы һәм үҫешкән биләмәнең барлыҡҡа килеүе һөҙөмтәһендә ғаиләләрҙең үҙгәреүен күрәбеҙ.
«Дуҫлыҡ һыҙғыртҡысы» — үҙенсәлекле балаларға үҙҙәрен кәрәкле, талантлы һәм ышаныслы итеп тойорға ярҙам итәсәк.
Төркөмдәрҙә урындар сикле. Шуға күрә, тиҙ арала килегеҙ, бергә ижад итегеҙ һәм дуҫлашығыҙ!
Таңсулпан Йомағужина,
проекттың PR-менеджеры.