Йәмғиәт
5 Августа , 03:44

Мигранттарға ҡағылышлы закон ҡатылана

Рәсәйҙә хөкөм ителгән мигранттарҙың йәшәүен тыйыу тураһындағы закон көсөнә инде.  #ВладимирПутин

Мигранттарға ҡағылышлы закон ҡатыланаМигранттарға ҡағылышлы закон ҡатылана
Мигранттарға ҡағылышлы закон ҡатылана

Рәсәй Президенты Владимир Путин сит ил кешеләренә гражданлыҡҡа ҡабул итеүҙән, шулай уҡ ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәт биреүҙән (РВП) йәки йәшәүгә рөхсәт биреүҙән (ВНЖ) баш тартыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы.

Әгәр быға тиклем йәшәүгә рөхсәт документтары инде бирелгән икән,  хөкөм ҡарары асыҡланған осраҡта, улар ғәмәлдән сығарыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта документта яңы нормалар “ҡасаҡ” тип танылған йәки Рәсәйҙә сәйәси һыйыныу урыны алған сит ил кешеләренә ҡағылмаясағы күрһәтелә.

Шулай уҡ Владимир Путин сит ил граждандарын илдән ҡыуыуҙы күҙ уңында тотҡан административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың (КоАП) статьяларын ике тапҡырға — 22 — нән 45-кә тиклем арттырыусы законға ҡул ҡуйҙы.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас