Йәмғиәт
6 Августа , 07:30

Дәүләт Думаһына һайлауҙар: йәштәр әүҙемләшә, хәрбиҙәр ҙә ситтә ҡалмай

Сентябрҙә үтәсәк һайлау кампанияһында сәйәси партияларҙың йөҙө үҙгәрә бара: кандидаттар араһында йәштәр һаны артҡан. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова ил Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа ошо хаҡта һөйләне. #ВладимирПутин

Дәүләт Думаһына һайлауҙар: йәштәр әүҙемләшә, хәрбиҙәр ҙә ситтә ҡалмайДәүләт Думаһына һайлауҙар: йәштәр әүҙемләшә, хәрбиҙәр ҙә ситтә ҡалмай
Дәүләт Думаһына һайлауҙар: йәштәр әүҙемләшә, хәрбиҙәр ҙә ситтә ҡалмай

Уның һүҙҙәренсә, теркәлгән 3103 кандидаттың 21 проценты — 35 йәшкә тиклемге йәш кешеләр. Төп көс, әлбиттә, урта быуын вәкилдәре (35-65 йәш) — улар 70 процентты тәшкил итә. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәйәсәткә тартылыуы ла күҙгә ташлана, улар кандидаттарҙың өстән бер өлөшөн биләй.

Быйылғы һайлауҙарҙың бер үҙенсәлеге — махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең сәйәсәткә килеүе. Уларҙың һаны 110-ға етә, күпселеге «Берҙәм Рәсәй» партияһы исемлегендә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреү 18, 19, 20 сентябрҙә үтәсәк. Был юлы дүрт яңы төбәктәрҙең халҡы ла беренсе тапҡыр Рәсәй парламентын һайлауҙа ҡатнашасаҡ. Үтәсәк һайлауҙарҙа традицион ҡағыҙ бюллетендәрҙе һаҡланасаҡ.

Дөйөм алғанда, илдә 20 партия теркәлгән булһа, һайлау көрәшендә уларҙың 11-е генә ҡатнаша. Депутаттар корпусы 450 кешенән торасаҡ: яртыһы партия исемлеге, яртыһы бер мандатлы округтар буйынса һайлана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас