Йәмғиәт
12 Августа , 05:03

Дәүләт Думаһына һайлауҙар бюллетены раҫланды

Үҫәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа тауыш биреү өсөн бюллетень тексын раҫланы.  #ВладимирПутин

Дәүләт Думаһына һайлауҙар бюллетены раҫландыДәүләт Думаһына һайлауҙар бюллетены раҫланды
Дәүләт Думаһына һайлауҙар бюллетены раҫланды

Уға кампанияла ҡатнашырға ҡарар иткән бөтә 11 партия ла индерелә.

Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Николай Булаев хәбәр итеүенсә, бюллетень тексы бөтә сәйәси көстәр менән килешеп төҙөлгән. Шул уҡ ваҡытта комиссия башлығы Элла Памфилова бюллетендәрҙе типографияға ебәрергә ашыҡмаҫҡа саҡырҙы, сөнки төҙәтмәләр булыуы ихтимал.

Уҙған аҙнала үҙәк һайлау комиссияһы бюллетендә партияларҙың исемдәрен һәм эмблемаларын урынлаштырыу тәртибен билдәләү буйынса йәрәбә үткәрҙе. Тәүге өс юлды "Берҙәм Рәсәй", "Яблоко" һәм ЛДПР биләйәсәк. Артабан Демократия партияһы, "Йәшелдәр", "Ғәҙел Рәсәй" һәм "Ватан"килә. Һигеҙенсе номерҙан 11-се номерға тиклем КПРФ, Пенсионерҙар партияһы, "Рәсәй Коммунистары" һәм "Яңы кешеләр"урынлаша.

Туғыҙынсы саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаттарын һайлау өс көн — 18-20 сентябрҙә үтәсәк. Владимир Путин уларҙы мөһим эске сәйәси ваҡиға тип атаны.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас