

2025 йылда был маҡсаттарға йүнәлтелгән капитал һалыуҙар күләме 9 миллиард һумға еткән. Былтырғы менән сағыштырғанда, күрһәткес 1,2 миллиард һумға йәки 15,8 процентҡа артҡан.
Был аҡсалар нисек файҙаланыла? Төп йүнәлештәр — заманса таҙартыу ҡоролмаларын, газ һәм саңды тотоп ҡалыусы ҡорамалдарҙы, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү комплекстарын төҙөү һәм яңыртыу. Бынан тыш, инвестициялар ер, һыу, урман ресурстарын һаҡлауға һәм биологик төрлөлөктө тергеҙеүгә йүнәлтелә. Был иҫәпкә предприятиеларҙың көндәлек тәбиғәтте һаҡлау сығымдары инмәй, тик төп капиталға һалынған аҡса ғына алына.
Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында лайыҡлы өсөнсө урынды биләй. Беҙҙең төбәкте был йәһәттән тик Татарстан (14,6 миллиард һум) һәм Түбәнге Новгород өлкәһе (10,9 миллиард һум) генә уҙып китә.
Әйткәндәй, округтағы хәл төрлөсә: мәҫәлән, Ульяновск өлкәһендә экологияға инвестициялар, киреһенсә, 40 проценттан ашыуға кәмеп, 272,7 миллион һумды ғына тәшкил иткән. Был Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләренә яуаплы ҡарауын һәм төбәктә экологик хәлде яҡшыртыуға ынтылышын тағы бер тапҡыр раҫлай.