Йәмғиәт
20 Августа , 07:24

Банктарҙа аҡса әйләнеше

Башҡортостан иҡтисадында финанс күрһәткестәре төрлө йүнәлештә үҙгәрә.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Банктарҙа аҡса әйләнешеБанктарҙа аҡса әйләнеше
Банктарҙа аҡса әйләнеше

Ағымдағы йылдың тәүге яртыһында төбәктәге юридик шәхестәрҙең банктағы аҡса күләме һиҙелерлек артты. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, компанияларҙың депозиттары 109,9 миллиард һумға еткән, был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 11,6 процентҡа күберәк. Шулай ҙа, июнь айында был йүнәлештә бер аҙ кәмеү күҙәтелде: май менән сағыштырғанда бизнес иҫәптәренән 15,3 миллиард һум алынған.

Шәхси эшҡыуарҙарҙың финанс хәле иһә бер аҙ түбәнәйгән. Алты ай йомғаҡтары буйынса уларҙың банктағы һаҡлыҡтары 35,4 миллиард һум тәшкил иткән, был 5,5 процентлыҡ кәмеүҙе аңлата. Июнь айында ғына ла эшҡыуарҙарҙың депозиттары 8 процентҡа (3,1 миллиард һумға) кәмегән.

Ә бына халыҡтың банктарға ышанысы арта бара. Милли банк мәғлүмәттәренә ярашлы, республика халҡының депозиттарҙағы аҡсаһы 11,5 процентҡа артып, 1,05 триллион һумға еткән. Халыҡтың аҡса һаҡлауға ынтылышы июнь айында ла дауам иткән — күрһәткес тағы 0,6 процентҡа үҫкән. Эскроу иҫәптәрен иҫәпкә алмағанда, граждандарҙың депозиттарҙағы дөйөм суммаһы 921,4 миллиард һумды тәшкил итә, был үткән йыл менән сағыштырғанда 11,3 процентҡа юғарыраҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас